‏ Psalms 45

1Йырсылар етәксеһенә: «Ғаламоҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының йыры.
2Алла – беҙҙең һыйыныр ышығыбыҙ һәм ҡеүәтебеҙ,
Бәләгә ҡалғанда ярҙамсыбыҙ.
3Шуға күрә ҡурҡмайбыҙ ер тетрәһә лә,
Тауҙар диңгеҙ ҡосағына ауғанда ла,
4Һыуҙары шаулап ташҡанда ла,
Тулҡынынан тауҙар тетрәһә лә. Села

5Бер йылға бар:
Һыуҙары ҡыуаныс алып килә Алла ҡалаһына,
Юғарыларҙан Юғарының мөҡәддәс торлағына.
6Алла – ул ҡаланың уртаһында,
Шуға күрә лә ҡоламаҫ ҡала.
Таң тыуыуға Алла уға ярҙам итер.
7Ҡәүемдәр шаулашыр, батшалыҡтар тетрәнер,
Алла тауышын яңғыратыр ҙа ер иреп киткәндәй булыр.

8Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән,
Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Села

9Килегеҙ, күрегеҙ Раббының эштәрен,
Ерҙе бушлыҡҡа әйләндергәнен.
10Ерҙең һәр тарафында һуғыштарға сик ҡуя,
Уҡ-йәйәләрҙе, һөңгөләрҙе һындырып ташлай.
Яу арбаларын утҡа яға.
11«Тынысланығыҙ! Белегеҙ, Мин – Алла!
Бар ҡәүемдәр өҫтөндә торормон,
Ер йөҙөндә юғары булырмын!»

12Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән,
Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Села
Copyright information for BakIBT2023