‏ Psalms 46

1Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
2Эй барса халыҡтар, ҡул сабығыҙ!
Шат ауаздар менән Алланы данлағыҙ!
3Сөнки дәһшәтле Юғарыларҙан Юғары Раббы –
Бөтә донъяның бөйөк Батшаһы;
4Халыҡтарҙы беҙгә буйһондорҙо,
Ҡәүемдәрҙе аяҡ аҫтыбыҙға һалды.
5Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын –
Ул беҙгә биләмәгә һайланы. Села

6Алла шатлыҡ ауаздары,
Раббы борғо тауышы аҫтында ҡалҡты.
7Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ;
Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!
8Алла – бөтә донъяның батшаһы,
Уға бағышлап гүзәл йырҙар йырлағыҙ!

9Алла ултыра мөҡәддәс тәхетендә,
Ул батшалыҡ итә бөтә милләттәргә.
10Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған
Ибраһим Аллаһының халҡы янына;
Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы.
Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!
Copyright information for BakIBT2023