‏ Psalms 47

1Йыр. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
2Раббы бөйөк!
Аллабыҙ ҡалаһында,
Үҙенең мөҡәддәс тауында
Ул оло маҡтауға лайыҡ!
3Гүзәл Сион тауы Сафон түбәләре һымаҡ;
Ул бөтә донъяның шатлығы,
Бөйөк батшаның ҡалаһы.
4Уның нығытмаларында Алла Үҙен
Ышаныслы һаҡлаусы итеп танытты.

5Батшалар бер ергә йыйылдылар,
Ҡалаға һөжүм итеү өсөн килделәр.
6Әммә күргәндәренә хайран ҡалдылар,
Ҡурҡыуға төшөп ҡастылар.
7Тулғаҡ ғазабы тотҡан ҡатындай,
Дәһшәт эсенә төштөләр.
8Көнсығыштан көслө елдәр иҫеп,
Таршиш караптарын емергәндәй,
Һин уларҙы ҡырып ташланың.

9Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡалаһында,
Аллабыҙҙың ҡалаһында,
Нимәне ишеткән булһаҡ, шуны күрҙек,
Раббы уны мәңгелеккә һалған. Села

10Эй Алла, мөҡәддәс ҡорамыңда
Һинең тоғро мөхәббәтең хаҡында уйлайбыҙ.
11Исемең кеүек, эй Алла, Һинең даның
Ерҙең һәр тарафына таралһын.
Хаҡлыҡ менән тулы Һинең уң ҡулың.
12Һинең хаҡ хөкөмдәреңә Сион тауы ҡыуанһын,
Йәһүҙә ҡалалары шатланһын!

13Сионды тирәләй әйләнеп сығығыҙ,
Манараларын һанағыҙ,
14Диуарҙарына иғтибар йүнәлтегеҙ,
Ҡәлғәләренә диҡҡәт бирегеҙ!
Быларҙы күреп, киләсәк быуындарға һөйләрһегеҙ:
15«Ошо Алла – мәңгегә беҙҙең Аллабыҙ,
Ғүмер баҡый беҙҙең юлбашсыбыҙ!»
Copyright information for BakIBT2023