Psalms 49
1Асафтың мәҙхиәһе.Аллаларҙың Аллаһы Раббы һүҙ башлай;
Ҡояш сығышынан байышына саҡлы
Тотош Ер йөҙөнә ауаз һала.
2Күркәмлектең үрнәге булған Сиондан
Алла Үҙенең нурҙарын сәсә.
3Аллабыҙ килә. Ул өнһөҙ ҡалмаҫ,
Алдында ялмап йотор ялҡын бар,
Әйләнәһендә уйнай дәһшәтле дауыл.
4Халҡын хөкөм итер өсөн
Бейек күк менән ергә өндәшә:
5«Хозурыма тоғроларымды,
Ҡорбан салып, Минең менән
Килешеү төҙөгәндәрҙе йыйып килтерегеҙ!»
6Күктәр Уның ғәҙеллеген бәйән итер,
Сөнки хөкөм сығарыусы – Алла Үҙе. Села
7«Тыңла, халҡым, Мин һөйләйем!
Һиңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылам, Исраил.
Мин Алламын, һинең Аллаң!
8Ҡорбандарың өсөн асыуым юҡ,
Яндырған ҡорбандарың һәр саҡ алдымда.
9Ҡураңдан бер баш үгеҙ,
Аҙбарыңдан бер кәзә тәкәһе лә алмайым.
10Сөнки Минеке урмандағы бар йәнлек,
Меңәрләгән тауҙарҙағы бөтә хайуан.
11Тауҙарҙағы бар ҡоштарҙы танып беләм,
Ҡырҙағы йән эйәләре – Минең ҡарамаҡта.
12Асыҡһам да Мин һинән һорамаҫ инем,
Сөнки донъяға һәм ундағы бөтә нәмәгә Мин хужа.
13Мине үгеҙ ите ашап, кәзә ҡаны эсәлер тиһеңме?
14Һин Аллаға шөкөр ҡорбаны бир,
Юғарыларҙан Юғарыға әйткән нәҙерҙәреңде үтә.
15Хәсрәтле көнөңдә Мине саҡыр,
Ҡотҡарырмын, шунда һин Мине данларһың».
16Ә залимдарға Алла былай ти:
«Минең ҡағиҙәләрҙе һөйләп йөрөргә,
Килешеүемде телгә алырға хаҡың бармы?
17Һин бит нәсихәтемде күрә алмайһың,
Әйткәндәремде һанға һуҡмайһың.
18Бур осраһа, дуҫлашаһың,
Зинасыларға юлдаш булаһың.
19Ауыҙың тулы яманлыҡ,
Телеңдән туҡтауһыҙ түгелә алдаҡ.
20Ултыраһың да туғаныңа ҡаршы һөйләйһең,
Әсәйеңдең улына ҡара яғаһың.
21Ошоларҙы эшләгәнеңдә Мин өндәшмәнем,
Һәм һин Мине үҙең һымаҡ тип уйланың.
Инде Мин һине фашлайым,
Ғәйебеңде күҙеңә ҡарап әйтәм.
22Эй Алланы онотҡандар!
Аңлағыҙ ошоларҙың барыһын.
Юҡһа һеҙҙе йолҡҡолап ташлармын,
Ҡотҡарып ҡалыусы булмаҫ.
23Кем шөкөр ҡорбаны бирә, Мине хөрмәт итеүсе шул;
Кем тоғро юлда, Мин шуның ҡотҡарыусыһы булырмын».
Copyright information for
BakIBT2023