Psalms 5
1Йырсылар етәксеһенә: тынлы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.2Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Раббы,
Аһ-зарымды ишет!
3Ярҙам ялбарыуымды тыңла, Батшам, Аллам,
Мин Һиңә доғамды оҙатам.
4Йә Раббы! Таң һайын ишетәһең ауазымды.
Иртә һайын Һиңә ялбарам,
Көтөп ҡалам яуабыңды.
5Һин яуызлыҡтан хушһынған Алла түгел,
Һинең яныңда залим төйәкләнә алмаҫ.
6Хозурыңда тора алмаҫ тәкәбберҙәр,
Бөтә яманлыҡ ҡылыусыларға нәфрәтлеһең,
7Ялған һөйләгәндәрҙе Һин юҡ итәһең;
Ҡан ҡойоусы һәм мәкерлеләр Раббы өсөн ерәнгес.
8Ә мин тоғро мөхәббәтең муллығына күрә
Йортоңа Һинең инермен.
Мөҡәддәс ҡорамыңа йөҙ тотоп,
Тетрәнеп сәждә ҡылырмын.
9Йә Раббы, дошмандарым ни тиклем күп минең!
Ғәҙеллегең менән мине Үҙеңдең һуҡмағыңдан етәклә,
Юлымды тура ит.
10Уларҙың ауыҙҙарында дөрөҫлөк юҡ;
Эстәре тулы емергес уйҙар.
Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер,
Телдәрендә – ялағайлыҡ.
11Эй Аллам, уларҙы язала!
Яман ниәттәре үҙҙәренең баштарына етһен.
Ҡыу уларҙы һанһыҙ гонаһтары арҡаһында,
Улар Һине кире ҡаҡты.
12Һиндә ышыҡ тапҡандар барыһы ҡыуанһындар,
Һин уларҙы ҡурсалаған өсөн
Әйҙә мәңге шатланып гөрләшһендәр!
Исемеңде яратҡандар, әйҙә
Һиндә һөйөнөс тапһындар.
13Һин, Раббы, тоғроларҙы фатихалайһың;
Миһырбаның менән ҡалҡандай уларҙы ышыҡлайһың.
Copyright information for
BakIBT2023