‏ Psalms 50

1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
2Дауыт Баҫ-Шевағ менән булғандан һуң, уға пәйғәмбәр Наҫан килеп киткәс
Ҡарағыҙ: «II Батшалар», 11:1-27.
.

3Мөхәббәтең хаҡына, эй Алла, ҡыҙған мине,
Сикһеҙ рәхим-шәфҡәтеңә күрә яҙыҡ эштәремде юйып ташла.
4Ғәйебемде ныҡлап йыуып ағарт,
Гонаһымдан мине, зинһар, таҙарт.
5Мин үҙемдең боҙоҡ эштәремде беләм,
Гонаһтарым күҙем алдымда гелән.
6Һинең алда, бары Һинең алда гонаһ ҡылдым,
Һинең күҙеңдә яуызлыҡ булғанды эшләнем.
Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы,
Хөкөмөңдә Һин ғәҙелһең.
7Мин тыуғандан алып ғәйеплемен,
Әсәм ҡарынынан гонаһлымын.

8Һин иһә йөрәктең тоғролоғон теләйһең,
Булмышымды зирәклеккә өйрәт.
9Мине майағас менән пакла, таҙа булайым;
Мине йыу, ҡарҙан да аҡ булайым.
10Ишеттер шатлыҡ-ҡыуаныс ауаздарын,
Һин иҙгән һөйәктәрем рәхәтлек тойһон.
11Йөҙөңдө ситкә бор, гонаһтарымды күрмә;
Барса ғәйебемде юйып ташла.

12Эй Алла, булдыр миндә саф йөрәк,
Булмышымда ҡаҡшамаҫлыҡ рух яңырт.
13Мине алдыңдан ситкә тибәрмә,
Үҙеңдең изге Рухыңдан мәхрүм итмә.
14Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар,
Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп,
Миңә таяныс бул.
15Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен,
Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.

16Ҡотҡар мине ҡан түгеүҙән, эй Алла,
Һәм телем ғәҙеллегеңде данлар,
Эй мине ҡотҡарыусы Алла!
17Эй бөйөк Хаким, ауыҙымды ас,
Телем Һиңә маҡтау һүҙҙәре һөйләр.

18Ҡорбан салыр инем – теләмәйһең,
Тотош яндырыу ҡорбандарын хушһынмайһың.
19Алла ҡабул итә торған ҡорбан – һынған рух ул,
Ярылған һәм селпәрәмә килгән йөрәкте кире ҡаҡмаҫһың, эй Алла!

20Мәрхәмәтле бул, Сионға яҡшылыҡ ҡыл;
Йәрүсәлим диуарҙарын торғоҙ.
21Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан,
Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың.
Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.
Copyright information for BakIBT2023