‏ Psalms 52

1Йырсылар етәксеһенә: «Махалаҫ» көйөнә. Дауыттың уйланыуҙары.
2Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!»
Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй.
Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.

3Алла күктән әҙәм балаларына күҙ һала:
Аңлылар, Алланы эҙләгәндәр бармы?
4Барыһы ла юлдан тайпылған, берҙәй боҙолған;
Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ,
Исмаһам, берәү ҡалмаған!

5Яуызлыҡ ҡылыусылар –
Халҡымды икмәк урынына ашағандар,
Алланы саҡырмағандар –
Бер ни ҙә аңламаймы ни?
6Тик улар ҡурҡмаҫ ерҙә оло дәһшәткә төшәсәк әле,
Сөнки Раббы һиңә һөжүм иткәндәрҙең
Һөйәктәрен туҙҙырып ташлар.
Уларҙы оятҡа ҡалдырырһың,
Сөнки Алла уларҙы ситкә тибәсәк.
7Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине!
Алла Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас,
Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер,
Исраил халҡы ҡыуаныр!
Copyright information for BakIBT2023