Psalms 54
1Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдарында. Дауыттың уйланыуҙары.2Эй Алла, доғамды ишет,
Йәшенмәсе ялбарыуҙарымдан!
3Илтифат ит, яуап ҡайтар, зинһар.
Хәсрәт сорнап алды, ҡайғыларға баттым
4Дошмандарҙың тауышынан,
Залимдарҙың иҙеүенән.
Сөнки мине ғазапҡа һалдылар,
Ажарланып өҫтөмә ябырылдылар.
5Күкрәгемдә йөрәгем дерелдәй,
Башыма үлем дәһшәте төштө.
6Ҡурҡыу һәм тетрәнеү биләп алды,
Ҡотом осоп, ҡалтырауға ҡалдым.
7Шул саҡ үҙ-үҙемә әйттем:
«Күгәрсендәй ҡанатлы булһамсы!
Осор ҙа тынғылыҡ табыр инем;
8Алыҫ-алыҫтарға ҡасыр инем,
Ҡырға барып оя ҡорор инем. Села
9Йәһәтерәк ышыҡланыр инем
Был уҫал елдәрҙән, дауылдарҙан».
10Эй бөйөк Хаким, туҙҙыр уларҙы,
Ҡуйышҡан һүҙҙәрен тарҡат,
Сөнки мин ҡалала йәбер-золом, ыҙғыш күрәм.
11Улар көн-төн диуарҙар өҫтөндә йөрөй,
Ә ҡала эсендә – яуызлыҡ һәм ҡаза.
12Ҡаланың уртаһында – һәләкәт,
Майҙандарынан юғалмай иҙеү, мәкер.
13Әгәр мине дошман күргән мыҫҡыллаһа, түҙер инем.
Күрә алмаған берәү кәмһетһә, ҡасып китә алыр инем.
14Әммә быны һин эшләнең – үҙем һымаҡ ишем,
Ихлас иптәшем, серҙәш дуҫым.
15Һинең менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәҫ ине,
Күмәкләшеп Алла йортона барыр инек…
16Дошмандарға көтмәгәндә үлем килһен,
Улар тере килеш үлеләр донъяһына олаҡһын;
Сөнки өйҙәре лә, булмышы ла золом тулы.
17Мин иһә Аллаға ялбарырмын,
Раббы мине ҡотҡарыр.
18Кис, иртән һәм төш мәлендә ялынырмын,
Инәлермен – Ул тауышымды ишетер.
19Һөжүм иткән дошмандарым,
Ни тиклем күп булһалар ҙа,
Уларҙан йәнемде йолоп алыр.
20Мәңгелектән, Үҙ тәхетендә ултырған Алла,
Ишетер ҙә уларҙы йыуашландырыр. Села
Сөнки улар үҙгәрергә теләмәйҙәр,
Һис кенә лә Алланан ҡурҡыу белмәйҙәр.
21Юлдашым дуҫтарына ҡаршы ҡул күтәрҙе,
Минең менән төҙөгән килешеүгә хыянат итте.
22Ауыҙынан бал-май тама,
Тик күңелендә – дошманлыҡ.
Һүҙҙәре зәйтүн майынан йомшаҡ,
Ә асылда – яланғас ҡылыстыр.
23Ҡайғы йөгөңдө Раббыға тапшыр,
Ул һиңә таяныс булыр.
Һис ҡасан да тоғро бәндәһенә йығылырға ирек бирмәҫ.
24Эй Алла, яуыздарҙы Һин
Үлем соҡорона олаҡтырырһың.
Ҡан эскес, мәкерле бәндәләр
Ғүмерҙәренең уртаһына ла етмәҫ.
Мин иһә Һиңә өмөт бағлайым.
Copyright information for
BakIBT2023