‏ Psalms 55

1Йырсылар етәксеһенә: «Алыҫта ултырған өнһөҙ күгәрсен» көйөнә. Дауыттың шиғыры. Ғаҫ ҡалаһында пелештиҙәр уны тотҡас сығарылған.
2Рәхимле бул миңә, Алла!
Кешеләр эҙәрләй мине,
Дошмандарым көнө буйы иҙә.
3Көн оҙоно дошмандар эҙәрләй мине,
Миңә күптәр һөжүм итә, эй Юғарыларҙан Юғары!
4Ҡурҡҡан сағымда Һиңә өмөт бағлайым.
5Алланың һүҙен данлайым,
Уға өмөт бағлайым,
Нимәнән ҡурҡырға миңә?
Фани әҙәм миңә нимә ҡыла алһын?

6Һөйләгәндәремдең мәғәнәһен һәр саҡ боҙоп күрһәтәләр,
Уйҙарында – нисек миңә зыян ҡылыу.
7Йыйылышып боҫалар ҙа баҫҡан аҙымымды күҙәтәләр,
Йәнемде алырға ҡырсыналар.
8Енәйәттәре өсөн уларҙы язаһыҙ ҡалдырма!
Эй Алла, асыуың менән халыҡтарҙы ергә бырға!

9Сит ерҙә сиккән ғазаптарымды һанағанһың,
Күҙ йәштәремде турһығыңа йый!
Улар Һинең китабыңа яҙылмағанмы ни?
10Мин Һине саҡырған саҡта дошмандарым артҡа сигә,
Шунан беләм – Алла минең яҡлы.

11Алланың һүҙен данлайым;
Раббының һүҙен данлайым!
12Өмөтөмдө Аллаға бағлайым,
Нимәнән ҡурҡырға миңә?
Фани әҙәм миңә нимә эшләй алһын?

13Эй Алла, әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен,
Шөкөр ҡорбандары килтерермен.
14Сөнки йәнемде үлемдән алып ҡалдың,
Аяҡтарыма абынырға бирмәнең;
Инде мин Алланың хозурында,
Тормош нурында йөрөрмөн.
Copyright information for BakIBT2023