‏ Psalms 58

1Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә Дауыттың шиғыры. Шаул, Дауытты үлтертер өсөн кеше ебәреп, өйөн күҙәттергән саҡта
Ҡарағыҙ: «I Батшалар», 19:11.
сығарылған.

2Ҡотҡар мине дошмандарымдан, эй Аллам,
Миңә һөжүм иткәндәрҙән һаҡла.
3Азат ит мине яуызлыҡ ҡылғандарҙан,

Ҡан түгеүселәрҙең ҡулынан йолоп ал.
4Ҡара, йәнемде алыр өсөн аңдыйҙар,
Көслөләр миңә ҡаршы фетнә ҡоралар,
Гәрсә енәйәт һәм гонаһ ҡылмаһам да, эй Раббы!
5Бер ниндәй ғәйепкә ҡалмаһам да,
Һөжүм итер өсөн йыйналалар.
Уян, хәлемде күр, ярҙам ит!
6Раббы, Һин – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы,
Исраилдың Аллаһы, уян
Ҡәүемдәрҙең барыһына яза бирер өсөн!
Һис ҡыҙғанма хыянатсыл залимдарҙы! Села

7Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып
Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй.
8Ана, күр, нимә ҡойола ауыҙҙарынан,
Ҡылыс һымаҡ телдәре, үҙҙәре:
«Кем ишетһен беҙҙе?» – тип уйлайҙар.
9Әммә Һин уларҙан көлөрһөң, йә Раббы,
Барса ҡәүемдәрҙе мыҫҡылларһың.
10Эй миңә ҡеүәт биреүсе, Һинән күҙемде алмайым.
Эй Алла, Һин – минең ҡәлғәм!
11Тоғро мөхәббәтең менән, Аллам, мине етәкләрһең!
Дошмандарымдың тәҡдирен күрһәтерһең.

12Уларҙы үлтермә, юҡһа халҡым был һабаҡты онотасаҡ.
Көсөң менән уларҙы туҙҙыр, тар-мар ит.
Эй бөйөк Хаким, Һин беҙҙең ҡалҡаныбыҙ.
13Гонаһлы телдәре арҡаһында,
Ауыҙҙарынан сыҡҡан һүҙҙәргә күрә
Тәкәбберлектәренең ауына эләкһендәр.
Яуҙырған ҡарғыштарына күрә,
Һөйләгән ялғандарына күрә
14Уларҙы асыуың менән юҡҡа сығар!
Юҡҡа сығар, хатта эҙҙәре ҡалмаһын.
Белһендәр, Алланың хакимлығы
Яҡуп нәҫеленән алып
Ер сигенә тиклем олғашҡанын. Села

15Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып,
Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй.
16Ашарға аҙыҡ эҙләйҙәр,
Тапмаһалар, аслыҡтан олойҙар.

17Мин иһә Һинең ҡөҙрәтеңде йырлармын,
Иртә таңдан мөхәббәтеңде данлармын.
Сөнки Һин – миңә ҡәлғәм,
Бәлә килгәндә һыйыныс булдың.
18Һин миңә ҡеүәт биреүсе!
Һиңә мәҙхиә йырлармын,
Эй Аллам, Һин минең ҡәлғәм,
Тоғро мөхәббәтен күрһәтеүсе Аллам Һин!
Copyright information for BakIBT2023