Psalms 59
1Йырсылар етәксеһенә: «Килешеү лилиәһе» көйөнә. Дауыттың шиғыры, нәсихәт өсөн.2Дауыттың Арам-Наһараим һәм Арам-Сова кешеләре менән бәрелешкән һәм Йоавтың кире боролоп Тоҙло үҙәндә ун ике мең Эдом яугирен үлтереү уңайы менән сығарылған ▼
▼Ҡарағыҙ: «II Батшалар», 8:3-14; 10:7; «I Йылъяҙма», 18:3, 12.
. 3Эй Алла, ташланың беҙҙе, тар-мар иттең,
Беҙгә асыуландың!
Инде беҙҙе элекке хәлебеҙгә кире ҡайтар!
4Ерҙе дер һелкеттең, ярғысланың;
Ярыҡтарын бөтәштер, сөнки ул һаман сайҡала.
5Үҙ халҡыңды ҡаты һынауҙарға дусар иттең,
Илерткес шарап эсерҙең беҙгә.
6Үҙеңдән ҡурҡҡандар осҡан уҡтарҙан
Йәшенеп ҡалһындар тиеп,
Ишара өсөн байрағыңды күтәрҙең. Села
7Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң,
Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе,
Беҙгә яуап ҡайтар!
8Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине:
«Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен,
Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен.
9Ғилғәд – Минеке, Менашше ла Минеке,
Әфраим – башыма кейгән тимер торҡам,
Йәһүҙә – хакимлыҡ таяғым,
10Моав – йыуыныр ялғашым,
Эдомға ҡатамды ырғытырмын,
Пелешеҫ ерендә еңеү ораным яңғырар».
11Кем мине нығытмалы ҡалаға алып инер?
Кем миңә Эдомға тиклем юл күрһәтер?
12Эй Алла, Һин Үҙең беҙҙе ташламаныңмы ни?
Ғәскәрҙәребеҙ башында яу сапмайһың.
13Дошманды еңергә ярҙам итсе беҙгә,
Кешенең ярҙамынан файҙа юҡ.
14Алла менән ҡеүәтебеҙ артыр,
Ул дошмандарыбыҙҙы тапап ташлар.
Copyright information for
BakIBT2023