‏ Psalms 6

1Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
2Йә Раббым, асыуланып язалама мине.
Ярһыулы мәлеңдә ғазаплама.
3Рәхимле бул, Раббы, сөнки тәҡәтем ҡалманы.
Дауалай күр, Раббы, һөйәктәрем һыҙлай.
4Ғазап сигә йәнем,
Эй Раббым, ҡасанға тиклем?

5Борол миңә, Раббы, ҡотҡар мине!
Тоғро мөхәббәтең хаҡына ярҙам итсе.
6Үлгәс бит бер кем дә Һине иҫкә алмай.
Кем шөкөр итер Һиңә үлеләр донъяһынан?

7Ыңғырашып хәлдән тайҙым;
Түшәгем һыу күҙ йәшемдән һәр төн,
Күп илауҙан сыланған мендәрем.
8Күҙҙәремдең нуры һүнде хәсрәтемдән,
Зәғифләнде дошмандарым арҡаһында.

9Китегеҙ минән, яуызлыҡ ҡылыусылар!
Сөнки Раббы илағанымды ишетте.
10Ялбарыуым Раббыға олғашты,
Ул ҡабул итер доғамды.
11Дошмандарым оятҡа ҡаласаҡ,
Барыһын дәһшәт солғап аласаҡ,
Улар мәсхәрәгә ҡалып сигенәсәк.
Copyright information for BakIBT2023