Psalms 60
1Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.2Эй Алла, ялбарыуымды ишет,
Доғама минең ҡолаҡ һал!
3Төшөнкөлөк күңелемде алды,
Ер сигенән саҡырамын Һине.
Артыла алмаҫлыҡ ҡаяға алып мен мине,
4Сөнки Һин – минең ышығым,
Дошманға ҡаршы ҡеүәтле манарамһың.
5Сатырыңда мәңге йәшәйемсе,
Ҡанатың аҫтына һыйынайым. Села
6Һин, эй Алла, нәҙерҙәремде ишеттең,
Исемеңдән ҡурҡҡандарға тәғәйен өлөштө миңә бирҙең.
7Батшаның ғүмеренә Һин көндәр өҫтә,
Тормошо быуындан-быуынға дауам итһен!
8Алла хозурында мәңге тәхеттә ултырһын;
Уны мөхәббәтең менән тоғролоғоң һаҡлаһын!
9Мин иһә исемеңә мәңгелек дан йырлармын,
Көндән көнгә нәҙерҙәремде үтәрмен.
Copyright information for
BakIBT2023