‏ Psalms 61

1Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.
2Йәнемдең тыныслығы бары Аллала,
Миңә ҡотолоу тик Унан килер.
3Тик Ул – минең ҡаям, ҡотҡарыусым, ҡәлғәм.
Һәм мин бер ваҡытта ла сайҡалмам.

4Кеше диуар һымаҡ ауышҡанда,
Ҡойма һымаҡ ҡыйшайғанда,
Уға ҡанығыуығыҙ ҡасанға тиклем булыр?
5Уны юғарынан ҡолатырға уйлайһығыҙ,
Ялғандан тәм табаһығыҙ;
Телегеҙҙә фатиха булһа ла,
Эсегеҙҙән ҡарғыш яуҙыраһығыҙ. Села

6Йәнемдең тыныслығы бары Аллала,
Сөнки өмөтөм тик Унда ғына.
7Бары тик Ул ғына ҡаям, ҡотҡарыусым,
Ул минең ҡәлғәм һәм мин сайҡалмам.
8Ҡотолоуым да, даным да тик Аллала,
Минең ышығым Ул, ҡеүәтле ҡаям.

9Эй халыҡ, һәр ваҡыт Уға өмөт бағла,
Уға бушат эс-бауырыңдағын,
Сөнки Алла беҙҙең ышығыбыҙ. Села

10Әҙәм балалары – тик бер һулыш,
Кеше балалары – тик уйҙырма.
Барыһын бергә үлсәүгә һалһаң,
Улар тындан да еңелерәк тартыр.
11Һис ҡасан юлбаҫарлыҡҡа ышанмағыҙ,
Талап алған малығыҙға маҡтанмағыҙ;
Байлығығыҙ артһа ла, уға арҡаланмағыҙ.

12Алла бер тапҡыр һөйләне,
Мин ике тапҡыр ишеттем:
Ҡеүәт – Алланан!
13Эй бөйөк Хаким, тоғро мөхәббәт Һинән!
Һин һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирәһең!
Copyright information for BakIBT2023