Psalms 62
1Дауыттың мәҙхиәһе. Йәһүҙә сүлендә булғанда сығарылған.2Эй Илаһым, Аллам минең, ынтыламын Һиңә,
Йәнем түҙгеһеҙ Һиңә сарсаған,
Ярғысланған ҡоро, һыуһыҙ ерҙә
Мин Һиңә сарсайым бар булмышым менән.
3Мөҡәддәс торлаҡта төбәлдем Һиңә –
Ҡөҙрәтеңде, шөһрәтеңде күрҙем.
4Тоғро мөхәббәтең йәшәүҙән ҡәҙерлерәк,
Телем һине ҙурлауҙан туҡтамаҫ.
5Ғүмерем буйы Һиңә шөкөр ҡылырмын,
Исемең менән ялбарып, күккә ҡулымды һонормон.
6Затлы ризыҡ татығандай була йәнем,
Һине ҡыуана-ҡыуана данлай телем.
7Түшәгемдә ятҡанда ла онотмайым,
Төндәр буйына Һине уйлап сығам,
8Сөнки Һин – минең яҡлаусым,
Ҡанаттарың ышығында һөйөнөс менән көйләйем.
9Минең күңелем Һиңә яғыла,
Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота.
10Ә минең йәнемде көҫәгәндәр
Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар!
11Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын,
Сүл бүреләренә ем булһындар.
12Батша иһә Аллала ҡыуаныс табыр,
Алла менән ант иткәндәр Уны данға күмер,
Ялғансыларҙың өнө тығылыр.
Copyright information for
BakIBT2023