‏ Psalms 63

1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
2Йә Алла, ялбарыу ауазымды ишет;
Дошмандар дәһшәтенән йәнемде һаҡла!
3Йәшер мине залимдарҙың этлегенән,
Яуыз бәндәләрҙең мәкеренән.
4Улар телдәрен ҡылыстай үткерләйҙәр,
Ағыулы һүҙҙәрен уҡ һымаҡ сәпкә төҙәйҙәр.
5Ғәйепһеҙ кешегә боҫҡон ҡорған ерҙәренән
Көтмәгәндә атырҙар – ҡурҡып тормаҫтар.
6Бер-береһен яуызлыҡҡа ҡоторталар,
Йәшерен тоҙаҡ ҡорорға һүҙ ҡуялар,
«Уны кем күрһен?» – тип һөйләшәләр.
7Баштарында уларҙың – яуызлыҡ ҡылыу,
«Бик шәп хәйлә уйлап таптыҡ!» – тиҙәр.
Ысынлап та, кеше күңелендә нимә ята –
Быны һис белерлек түгел.

8Әммә Алла уларға Үҙенең уғын атыр,
Ҡапыл ғына яраланасаҡтар.
9Үҙ телдәре үҙҙәрен йығып һаласаҡ,
Быны күргәндәр ҡалтырап китер.
10Бөтә кеше ҡурҡыуға төшәсәк,
Алланың ғәмәлдәрен бәйән итәсәк,
Уның эштәренең асылына төшөнәсәк.
11Тәҡүә Раббыла ҡыуаныс табыр, Уға һыйыныр,
Бөтә саф йөрәклеләр тантана итер.
Copyright information for BakIBT2023