Psalms 64
1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йыр.2Эй Алла, Сионда яңғыраған маҡтау – Һиңә;
Һиңә әйтелгән нәҙерҙәр үтәләсәк.
3Һин доғаларҙы ишетәһең,
Бөтә кеше хозурыңа килер.
4Мин гонаһҡа баттым,
Әммә Һин беҙҙе ғәйептәребеҙҙән пакларһың.
5Ниндәй бәхетле Һин һайлап алып,
Үҙеңә яҡынайтҡан,
Өйөңдөң ишек алдында йәшәткән кеше!
Йортоңдоң, мөҡәддәс ҡорамыңдың,
Ниғмәттәрен беҙгә насип итһәң ине!
6Эй Алла, беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ!
Тетрәткес ғәмәлдәр ҡылып,
Һин ғәҙеллек менән яуапларһың беҙгә.
Ер йөҙөнөң барлыҡ тарафының,
Алыҫ диңгеҙ аръяғындағы илдәрҙең өмөтөһөң!
7Ҡөҙрәт менән билен быуған,
Көсө менән тауҙар ҡорған;
8Диңгеҙҙәр ҡоторонғанын,
Тулҡындарҙың шаулағанын,
Халыҡтарҙың ғауғаларын
Баҫылдырған Һинһең.
9Ер йөҙөнөң сиктәрендә йәшәгәндәр,
Илаһи билдәләреңде күреп, ҡурҡыуға ҡалыр.
Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем бар кешеләр
Һиңә ҡыуаныслы йырҙар йырлар.
10Һин тупраҡты хәстәрләйһең,
Уның сарсауын баҫаһың, бәрәкәтен арттыраһың.
Эй Алла, йылғаларың һыу менән тулы,
Кешеләргә иген үҫтерәһең,
Сөнки Һин тупраҡты шулай әҙерләйһең:
11Бураҙналарҙы туйғансы һуғараһың,
Араларын тырмап тигеҙләйһең.
Ямғыр һыуҙары менән ерҙе йомшартып,
Үҫентеләргә фатихаңды бирәһең.
12Һин мул уңыш менән йылды теүәлләйһең,
Арбаларың үткән юлдан муллыҡ аға,
13Сүллектәге көтөүлектәр йәшелләнә,
Ҡалҡыулыҡтар шатлыҡҡа сорнала,
14Болондар көтөүҙәр менән сыбарлана,
Үҙәндәр иген менән ҡаплана,
Һәр тарафта – шатлыҡ ауаздары, йырҙар.
Copyright information for
BakIBT2023