‏ Psalms 67

1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йыр.
2Ҡалҡһын Алла, таралһын дошмандары,
Хозурынан ҡасһын Уға асыу тотҡандар!
3Яуыздарҙы төтөн һымаҡ тарат;
Ут алдында ирегән балауыҙ һымаҡ
Әйҙә улар Алла ҡаршыһында юҡ булһын!
4Ә тәҡүәләр ҡыуанһын,
Байрам итһендәр Алланың хозурында,
Шатланып күңел асһындар.

5Аллаға дан йырлағыҙ, исеменә мәҙхиәләр көйләгеҙ,
Болоттар өҫтөндә гиҙеүсене ҙурлағыҙ.
Уның исеме – Раббы, хозурында байрам итегеҙ!
6Мөҡәддәс торлағындағы Алла –
Етемдәрҙең атаһы, тол ҡатындарҙың яҡлаусыһы.
7Алла яңғыҙаҡтарға йорт-ғаилә бирер,
Тотҡондарҙы именлеккә алып сығыр,
Фетнәселәр ҡоро сүлдә ҡала бирер.

8Эй Алла, Һин халҡың алдынан килгәндә,
Сүллек аша уҙғаныңда. Села
9Ер сайҡалды, күктән ямғыр ҡойҙо
Синай Аллаһының ҡаршыһында,
Алла, Исраил Аллаһы хозурында.
10Мул ямғырыңды яуҙырҙың, Алла,
Йәнләндерҙең талсыҡҡан биләмәңде.
11Халҡың унда төйәкләнде,
Үҙеңдең игелегең арҡаһында
Һин уны фәҡирҙәр өсөн әҙерләнең.

12Әмер бирҙе Раббы,
Бер өйөр ҡатын һөйөнсө таратты:
13«Ҡаса, ҡаса батшалар! Ғәскәрҙәре менән ҡасалар!»
Ҡатындар өйҙәрендә таланған мал бүлә:
14Ҡанаттары көмөш менән ҡапланған,
Ҡаурыйҙары саф алтынға мансылған күгәрсен һындарын бүлешә.
Ә һеҙ һарыҡ аҙбарҙары араһында ятаһығыҙ!
15Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе батшаларҙы туҙҙырғанда,
Салмон тауы өҫтөнә ҡар яуҙы.

16Эй Алланың тауы, Башан тауы!
Үркәстәре бейек Башан тауы!
17Ниңә әле һин үркәстәре бейек тау –
Алла Үҙенә төйәк итеп һайлаған тауға –
Көнсөллөк менән ҡарайһың?
Хаҡтыр, Раббы унда мәңге йәшәйәсәк.

18Алланың яу арбалары бик күп,
Меңәрләгән, һанһыҙ-хисапһыҙ.
Раббы Хаким улар менән бергә
Синайҙан мөҡәддәс торлағына килде.
19Раббы Алла, бейеклеккә күтәрелдең,
Әсирҙәрҙе артыңдан эйәрттең.
Һин барлыҡ кешеләрҙән,
Хатта фетнәселәрҙән дә яһаҡ алдың.
Хаҡтыр, Раббы унда йәшәй!

20Көндән көнгә йөгөбөҙҙө йөкмәп барған бөйөк Хакимыбыҙ,
Ҡотҡарыусыбыҙ Алла мөбәрәк булһын! Села
21Беҙҙең Аллабыҙ – ҡотҡарыу алып килгән Алла.
Үлемдән ҡотҡарыу бары Хакимыбыҙ Раббының ихтыярында.

22Алла дошмандарының башын,
Гонаһ эсендә йәшәгәндәрҙең ялбыр башын яра һуғыр.
23Раббы Хаким былай тине:
«Уларҙы Башандан кире килтерермен,
Диңгеҙ төптәренән сығарырмын.
24Аяғыңды дошмандар ҡанына батырырһың,
Эттәрең дә дошман ҡанын ялап өлөш алһын».

25Эй Аллам, Һинең килеүең,
Аллам Батшамдың мөҡәддәс торлағына
Тантаналы аяҡ баҫыуы күҙ алдыбыҙҙа:
26Алда йырсылар, артта көй уйнаусылар,
Уртала дөңгөр ҡағыусы ҡыҙҙар килә.
27«Эй Исраил нәҫелдәре, йыйындарығыҙҙа
Аллағыҙ Раббыға шөкөрана яуҙырығыҙ».
28Уларҙың башында – иң бәләкәй Бинйәмин ырыуы,
Артынса күп һанлы Йәһүҙә башлыҡтары,
Зевулун һәм Нафтали етәкселәре килә.

29Эй Алла, ҡөҙрәтеңде,
Беҙҙең өсөн ҡулланған ҡеүәтеңде күрһәт.
30Йәрүсәлимдәге ҡорамың хаҡына
Һиңә батшалар бүләктәр алып килер.

31Ҡамышлыҡ йыртҡысын – Мысырҙы,
Үгеҙ һымаҡ ҡеүәтле сит халыҡтарҙы,
Көмөш өсөн бер-береһен тапағандарҙы буйһондор,
Һуғыш теләгән халыҡтарҙы пыран-заран килтер!
32Мысырҙан илселәр килер,
Куш халҡы Аллаға табан ҡул һонор.

33Эй ер йөҙөндәге батшалыҡтар,
Аллаға дан йырлағыҙ,
Бөйөк Хакимыбыҙға мәҙхиәләр уҡығыҙ! Села
34Ул, күктәрҙе, боронғо күктәрҙе иңләп,
Үҙенең ҡеүәтле тауышын яңғырата!
35Алланың ҡөҙрәтен танығыҙ;
Уның ғиззәте Исраилдың өҫтөндә,
Көсө болоттарҙан аша.
36Дәһшәтле Һин, Алла, Изге торлағыңда!
Исраил Аллаһы Үҙ халҡына ҡөҙрәт, ҡеүәт бирә.

Алла мөбәрәк булһын!
Copyright information for BakIBT2023