Psalms 68
1Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.2Эй Илаһым, ҡотҡар мине,
Һыуҙар боғаҙыма етте.
3Төпһөҙ һаҙлыҡҡа убылам,
Аяғымды терәр ер тапмайым.
Тәрән һыуҙарға юлыҡтым,
Ағын инде баштан ашты.
4Ҡысҡыра-ҡысҡыра хәлдән тайҙым,
Тамағым ҡарлығып кипте,
Алламдың ярҙамын көтә-көтә
Күҙҙәремдең нуры бөттө.
5Һис бер юҡҡа мине күрә алмағандар
Башымдағы сәс бөртөгөнән дә күбәйҙеләр.
Сәбәпһеҙгә йәнемде көҫәгән дошмандар ифрат көсәйҙе.
Ә мин урламаған нәмәне нисек ҡайтарып бирәйем?
6Эй Аллам, иҫәрлегемде Һин беләһең;
Ғәйептәрем дә Һинән йәшерен түгел.
7Эй бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы,
Һиңә өмөт бағлағандар
Минең арҡала оятҡа ҡалмаһындар!
Эй Исраилдың Аллаһы, Һиңә табан йөҙ тотҡандар
Минең арҡала мәсхәрә булмаһындар!
8Сөнки мин Һинең хаҡыңа хурлыҡ күрәм,
Йөҙөмә сәркеү яғылды.
9Ағай-энемә ят булдым,
Әсәйемдең улдары мине сит күрә.
10Һинең йортоң өсөн йән атып, янып-көйәм мин,
Һине яманлаусыларҙың хурлау әсеһе өҫтөмә төштө.
11Минең илап ураҙа тотоуым –
Йәнә мәсхәрәләү өсөн сәбәп булды.
12Ҡыл туҡымаға урандым –
Тағы әҙәм көлкөһөнә ҡалдым.
13Ҡала ҡапҡаһы төбөндә ултырғандар мине сәйнәй;
Иҫеректәр минең хаҡта таҡмаҡ йырлай.
14Әммә минең доғам бары Һиңә, Раббы!
Эй Алла, мине хуш күргән мәлдә
Сикһеҙ һөйөүеңә күрә яуап ҡайтар,
Ышаныслы Ҡотҡарыусы бул Һин миңә!
15Батҡаҡтан һөйрәкләп сығар мине,
Миңә батырға ихтыяр ҡуйма;
Нәфрәт тотҡан бәндәләрҙән,
Тәрән һыуҙарҙан ҡотолоп ҡалайымсы.
16Ташҡын һыуҙар йыуып алып китә алмаһын,
Төпһөҙ упҡын мине йотмаһын,
Өҫтөмдә ҡәбер боғаҙын япмаһын.
17Яуап ҡайтар миңә, Раббы,
Сөнки тоғро мөхәббәтең изге.
Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан!
18Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә,
Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар!
19Яҡыныраҡ кил, йәнемде ҡотҡар,
Дошмандарымдан мине йолоп ал!
20Мине нисек хурлауҙарын,
Мыҫҡыллаған, мәсхәрә иткәндәрен беләһең;
Дошмандарымдың һәммәһе күҙ алдыңда.
21Хурлыҡ йөрәгемде яраланы, хәлдән тайҙым,
Хәсрәтемде уртаҡлашыр кеше көттөм дә, булманы.
Йыуатыусы эҙләнем, тик таба алманым.
22Ризыҡ итеп миңә ағыу ашаттылар,
Һыуһыныма һеркә эсерҙеләр.
23Алдарындағы табын уларға тоҙаҡ,
Дуҫтарына иһә ҡапҡан булһын!
24Күҙҙәре томаланһын да күрмәһендәр!
Гел генә ҡалтыранып торһондар.
25Ярһыуыңды өҫтәренә яуҙыр,
Асыу ялҡының уларҙы ялмап алһын!
26Торлаҡтары бушап ҡалһын,
Сатырҙарында йәшәүсе булмаһын!
27Сөнки Һин язалағанды һаман эҙәрләйҙәр,
Һин яра һалғандарҙың әрнеүенән көлөп һөйләйҙәр.
28Ғәйептәре өҫтөнә ғәйеп өй;
Һинең алдыңда аҡлана алмаһындар!
29Әйҙә исемдәре тормош китабынан һыҙылһын,
Тәҡүәләр менән йәнәшә яҙылмаһын!
30Мин иһә ярлы һәм әрнеүлемен,
Эй Аллам, ҡотҡарыуың мине һаҡлаһын!
31Аллам исеменә маҡтау йырлармын,
Уны шөкөрана ҡылып ҙурлармын.
32Был Раббыны ҡорбанлыҡ үгеҙҙән,
Тояҡлы-мөгөҙлө башмаҡтан нығыраҡ хушландырыр.
33Фәҡирҙәр быны күреп ҡыуанһын,
Эй Алланы эҙләгәндәр, йөрәгегеҙ йәнләнһен.
34Сөнки Раббы мохтаждарҙы ишетер,
Үҙ халҡын тотҡонлоҡта ташламаҫ.
35Уға дан йырлағыҙ, ер менән күк,
Диңгеҙҙәр һәм ундағы бөтә йән эйәләре!
36Сөнки Алла Сионды ҡотҡарыр,
Йәһүҙә ҡалаларын ҡабаттан торғоҙор;
Халыҡ унда төйәкләнеп хужа булыр.
37Алла ҡолдарының тоҡомо унан биләмә алыр,
Унда Алланың исемен яратҡандар йәшәр.
Copyright information for
BakIBT2023