Psalms 7
1Дауыттың хәсрәт йыры. Был йыр менән ул Раббыға Бинйәмин ырыуы кешеһе Куштың һүҙҙәре арҡаһында мөрәжәғәт иткән.2Раббым Аллам, Һиңә һыйынамын;
Һаҡла эҙәрләүселәрҙән, ҡотҡар.
3Юҡһа арыҫландай ташланырҙар,
Йолҡҡосларҙар һәм һис кем яҡламаҫ.
4Раббым Аллам! Ошоларҙы ҡылһам:
Ғәҙелһеҙлек менән ҡул бысратһам;
5Яҡшылығына дуҫымдың яуызлыҡ менән ҡайтарһам;
Дошманымды нахаҡҡа талаһам –
6Әйҙә, мине ҡыуып тотһон дошман.
Йәнемде ергә иза тапаһын,
Намыҫымды тупраҡҡа бутаһын! Села
7Ярһып ҡалҡ, эй Раббым!
Баҫ ҡаршы дошмандарымдың нәфрәтенә.
Уян минең хаҡҡа, белдер хөкөмөңдө!
8Халыҡтар әйләнә-тирәңә йыйылһын,
Һин улар өҫтөнән юғарыға ашып ултыр!
9Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы.
Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара;
Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар.
10Ахыр килһен яуыздарҙың хаслығына!
Тәҡүәгә таяныс бул, ғәҙел Алла,
Һин әҙәмдең йөрәген һәм уйҙарын һынаусы.
11Минең ҡалҡаным – Алланан,
Саф йөрәклеләрҙе ҡотҡарыусынан!
12Хаҡ хөкөмдар – Алла,
Хаҡһыҙлыҡҡа һәр саҡ асыу тота.
13Әгәр кеше яуызлығын ташламаһа,
Алла ҡылысын үткерләп ҡайрар,
Йәйәһен киреп ҡуйыр.
14Уның үлем ҡоралы әҙер,
Тоҫҡалған ялҡынлы уҡтар.
15Кем яманлыҡ менән йөккә уҙған,
Шул яуызлыҡҡа ауырлы,
Ул ялған тыуҙырыр.
16Кем башҡаға соҡор ҡаҙый,
Шунда үҙе барып ҡолар.
17Яуызлығы үҙенә әйләнеп ҡайтыр,
Залимлығы үҙ башыңа төшөр.
18Мин хаҡ Раббыны данлайым,
Юғарыларҙан Юғарының исемен йырлайым!
Copyright information for
BakIBT2023