‏ Psalms 70

1Йә Раббы, Һиндә мин ышыҡ табам;
Миңә оятҡа ҡалырға бирмә мәңге!
2Ғәҙеллегеңде күрһәт, йолоп ал, ҡотҡар!
Ҡолаҡ һал миңә, ярҙам ит!
3Миңә һыйыныр ҡая бул.
Ҡаям да Һин, ҡәлғәм дә Һин,
Мине ҡотҡарырға бойор!

4Эй Аллам, мине яуыз бәндә ҡулынан,
Хаҡһыҙҙың, залимдың тырнағынан ҡотҡар!
5Һин, эй Раббы Хаким, минең өмөтөмһөң;
Йәш сағымдан Һиңә өмөт бағлағанмын.
6Тыуғанымдан бирле Һиңә таянамын,
Әсәм ҡарынынан мине алып сығарғанһың.
Һәр саҡ Һиңә генә маҡтауҙарым.
7Күптәр миңә ҡарап хайран ҡалды,
Һин минең ышаныслы ышығым.
8Һине маҡтау телемдән һис төшмәҫ,
Көндән-көнгә ғиззәтеңде бәйән итәм.

9Ҡартайған көнөмдә минән ваз кисмә Һин,
Көсөм бөткәс, мине ситкә типмә!
10Дошмандарым миңә ҡаршы һүҙ йөрөтә,
Йәнемде көҫәгәндәр бер-береһенә кәңәш итә.
11«Алла уны ташлаған, ҡотҡарырға бер кеме юҡ,
Баҫтырып тотайыҡ!» – тиҙәр улар.

12Эй Алла, алыҫлашмасы минән,
Эй Аллам, ярҙамға ашыҡ!
13Оятҡа ҡалһын, юҡ булһын мине дошман күргән,
Мәсхәрәгә төрөнһөн, рисуай булһын
Миңә яуызлыҡ теләгән.
14Мин иһә һәр саҡ өмөт бағлармын Һиңә,
Маҡтау өҫтөнә маҡтауҙар яуҙырырмын.
15Телем Һинең игелекте хикәйәләр,
Көн оҙоно ҡотҡарыуың тураһында бәйән итер,
Ә бит уларҙы һанап бөткөһөҙ.
16Эй Хакимым Раббы, ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде,
Һинең, бары Һинең хаҡлығыңды һөйләрмен.

17Эй Аллам, йәш сағымдан алып өйрәтәһең,
Һинең мөғжизәләреңде әлегәсә данлайым.
18Сәстәрем салланып, ҡартайһам да,
Ташлама мине, эй Аллам!
Киләсәк быуынға ҡеүәтеңде,
Һинең ҡөҙрәтеңде аңлатырмын.

19Эй Алла, ғәҙеллегең күктәргә олғаша,
Ҡылған ғәмәлдәрең бөйөк.
Һиңә оҡшаған кем бар, эй Алла?
20Мине бик күп ҡайғы, ғазаптарға дусар иттең,
Әммә ҡабаттан йәшәү дәртемде ҡайтарырһың,
Ерҙең тәрәнлектәренән сығарырһың.
21Мине үрләтеп, тағы ла йыуатырһың.

22Ә мин Һине лира ауаздары менән данлармын,
Һинең тоғролоғоң хаҡында йырлармын, Аллам!
Арфала Һиңә уйнармын,
Эй Исраилдың Мөҡәддәсе!
23Һиңә йырлаған саҡта ирендәрем тантана итә,
Һин йолоп алған йәнем ҡыуана.
24Көн оҙоно телем Һинең ғәҙеллекте данлай,
Ә миңә зарар итергә йыйынғандар,
Мәсхәрәгә ҡалып, хур булдылар!
Copyright information for BakIBT2023