Psalms 71
1Сөләймәндең мәҙхиәһе.Эй Алла, батшаға ғәҙеллегеңде бир,
Ә батша улына хаҡ хөкөмдәр сығарырға өйрәт.
2Һинең халҡыңа ул батша хаҡ хөкөм ҡылһын,
Фәҡирҙәрҙең дәғүәләрен ғәҙеллек менән хәл итһен!
3Тауҙар халыҡҡа бәрәкәт килтерһен,
Ҡалҡыулыҡтар хаҡлыҡ еткерһен!
4Батша халыҡтың ярлыларына хаҡ хөкөм ҡылһын,
Фәҡирҙәрҙең балаларын ҡотҡарһын,
Залимдарҙы иһә тар-мар итһен!
5Батшаның ғүмере, ҡояш менән ай ғүмере һымаҡ,
Быуындан-быуынға дауам итһен.
6Хакимлығы яңы сабылған болонға яуған ямғыр,
Тупраҡты һуғарған көслө ямғыр һымаҡ булһын!
7Уның көндәрендә тәҡүәләр сәскә атһын,
Ҡасанғаса күктә ай нур сәсә,
Шуға тиклем илдә именлек, муллыҡ-бәрәкәт булһын!
8Хакимлығы диңгеҙҙән диңгеҙгә тиклем,
Евфрат йылғаһынан ерҙең сигенә саҡлы йәйелһен!
9Алдында сүлдәге ҡәбиләләр теҙ сүкһен,
Дошмандары саң-туҙан ялаһын.
10Таршиш һәм утрауҙарҙың батшалары Уға яһаҡ түләһен,
Шева менән Сева батшалары бүләктәр алып килһен!
11Бар батшалар алдында ергә ҡапланһын,
Бөтөн ҡәүемдәр уға хеҙмәт итһен!
12Сөнки ярҙам һорап саҡырған фәҡирҙе,
Таянысы булмаған ярлыны ҡотҡарыр.
13Юҡсыл менән хәйерсене ҡыҙғаныр,
Мохтаждарға ярҙам итер.
14Уларҙы йәбер-золомдан йолоп алыр,
Сөнки батшаға уларҙың йәне ғәзиз.
15Йәшәһен батша!
Уға Шеваның алтынын бирһендәр;
Уның өсөн туҡтауһыҙ доға ҡылһындар,
Көн оҙоно Алланан фатиха һораһындар!
16Илдә ашлыҡ ишелеп уңһын,
Тау итәктәрендә башаҡтар тулҡынланһын!
Башаҡтары Ливандағылай тос булһын,
Ҡалаларҙа халыҡ ҡырҙағы үлән һымаҡ ишәйһен!
17Батшаның исеме мәңге йәшәһен,
Даны ҡояштай ғүмерле булһын,
Бар халыҡтар уның аша фатиха алһын,
Ҡәүемдәр уны бәхет эйәһе тип атаһын!
18Раббы Алла, Исраилдың Аллаһы мөбәрәк булһын!
Бары тик Ул – ғәжәйеп эштәр ҡылыусы.
19Данлы исеме мәңге мөбәрәк булһын,
Бар донъя Уның шөһрәте менән тулһын!
Амин! Амин!
20Ишай улы Дауыттың доғалары ошонда тамам.
Copyright information for
BakIBT2023