‏ Psalms 72

1Асафтың мәҙхиәһе.
Ысынлап та, Алла Исраил халҡына,
Йөрәге саф булғандарға игелекле.
2Ә минең саҡ аяҡтарым һөрөнмәйсә,
Табандарым таймайынса ҡалған ине.
3Яуыздарҙың муллыҡта йәшәүен күреп,
Мин ул хаяһыҙҙарға көнләшеп ҡарағайным.
4Сөнки улар үлгәнсе һыҙланыу белмәй,
Тәндәре сәләмәт, көслө.
5Уларҙы тормоштоң ауырлығы ситләп үтә,
Башҡаларҙай ыҙа сикмәйҙәр.
6Тәкәбберлек уларҙың муйындарында мәрйен һымаҡ,
Залимлыҡҡа кейем һымаҡ төрөнгәндәр.
7Һимеҙлектән күҙҙәре аҡшайған,
Эстәрендә яман ниәт ашып ташҡан.
8Мыҫҡыл менән, нәфрәт сәсеп һөйләшәләр,
Кешегә эреләнеп, янап ҡарайҙар.
9Улар күктәргә ҡаршы дәғүә белдерә,
Телдәре донъяны иңләп гиҙә.
10Шуға күрә халҡым уларға эйәрә,
Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота.
11Әйтә ямандар: «Алла нисек белһен?
Ҡайҙан белһен Юғарыларҙан Юғары?»
12Бына шулай ул залимдар –
Байлыҡтарын арттырып, рәхәт йәшәйҙәр.

13«Йөрәгемде бушҡа ғына пак тотаммы,
Ғәйепһеҙлегем билдәһе итеп ҡулымды юҡҡа ғына йыуаммы?
14Юҡҡа ғына һәр бер көнөм яра,
Ә һәр иртәм ғазап булдымы ни?»

15Әгәр ҙә шулай уйлаһам,
Һинең балаларыңа хыянат иткән булыр инем.
16Ни өсөн шулай икәнен аңларға теләнем,
Бының менән килешеү бик ауыр ине.
17Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә
Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм.
18Эйе, уларҙы тайғаҡҡа баҫтыраһың,
Һәләкәткә этеп төшөрәһең.
19Улар ҡапыл ғына юҡҡа сығыр,
Дәһшәт эсендә һеперелеп түгелер.
20Эй бөйөк Хаким, Һинең ҡалҡыуың булыр,
Йоҡонан уянғас та онотолған төш һымаҡ,
Күләгә һымаҡ юҡҡа сығасаҡ был ямандар.

21Йәнем әрнегән,
Эс-бауырым янған саҡта,
22Мин наҙан, аңһыҙ булған икәнмен,
Ҡаршыңда аңһыҙ хайуан һымаҡ торғанмын.
23Ярай әле мин һәр ваҡыт Һинең менән,
Уң ҡулымдан Һин етәкләп йөрөтәһең.
24Нәсихәттәрең менән юл күрһәтәһең,
Һуңынан мине данға илтерһең.
25Һинән башҡа кемем бар минең күктәрҙә?
Ер йөҙөндә лә Һинән башҡаны теләмәйем.
26Тәнем менән күңелем талсыҡты,
Алла – күңелем ныҡлығы,
Ул – мәңгелеккә миңә насип өлөшөм.

27Һинән йыраҡлашҡандар һәләк буласаҡ,
Үҙеңә хыянат ҡылғандарҙы юҡ итәһең.
28Ә минең өсөн Аллаға яҡын булыу – бәхет;
Раббы Хаким – минең һыйынысым;
Мин Уның бар ғәмәлдәрен бәйән итәм.
Copyright information for BakIBT2023