‏ Psalms 74

1Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр.
2Эй Алла, Һиңә рәхмәт уҡыйбыҙ,
Шөкөрана ҡылабыҙ, Һин беҙгә яҡынһың,
Кешеләр мөғжизәләрең тураһында һөйләй.

3Әйтте Алла: «Үҙем билдәләгән ваҡыт еткәс,
Ғәҙел хөкөм ҡыласаҡмын.
4Ер һәм унда йәшәгәндәр сайҡалғанда,
Терәктәрен нығытыусы – Мин ул». Села

5Һауаланғандарға әйттем: «Башҡаса эреләнмәгеҙ»;
Яуыздарға: «Мөгөҙөгөҙҙө сөймәгеҙ,
6Күккә тиклем күтәрмәгеҙ!
Башығыҙҙы текә тотоп һөйләнмәгеҙ», – тинем.

7Дан-дәрәжә көнсығыштан да, көнбайыштан да,
Сүл тарафынан да килмәҫ.
8Хөкөм ҡылыусы бары тик Алла ғына –
Түбән дә төшөрөр, үрләтер ҙә.
9Ғазап туҫтағы Раббы ҡулында,
Ул ҡайнап торған, тәмләткестәр ҡушылған шарапҡа тулы.
Раббы шарапты ҡойор,
Ер йөҙөндәге барлыҡ залимдар
Төпрәһенә тиклем эсеп ҡуйыр.

10Мин иһә мәңге Яҡуп Аллаһы хаҡында һөйләрмен,
Уға маҡтау йырлармын.

11Алла әйтер: «Һындырырмын залимдарҙың мөгөҙҙәрен,
Ә тәҡүәләрҙең ҡеүәтен арттырырмын».
Copyright information for BakIBT2023