Psalms 76
1Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.2Ауазым минең – Аллаға, ялбарамын;
Ҡысҡырамын – Ул мине ишетә.
3Хәсрәт көнөмдә бөйөк Хакимымды эҙләйем,
Йәнемә йыуаныс таба алмай,
Төндәр буйы арымай-талмай,
Уға ҡулдарымды һонамын.
4Алланы иҫемә алып ыңғырашам,
Уйланам һәм рухым төшә бара. Села
5Күҙ ҡабаҡтарымды яптырмайһың,
Ҡайғымдан әйтер һүҙ таба алмайым.
6Күптән үткән замандарҙы,
Әүәлгеләрҙе уйлайым.
7Төндә йырлаған йырҙарым иҫкә төшә,
Үҙ-үҙем менән һөйләшәм,
Күңелдәге һорауҙарыма яуап эҙләйем:
8«Мәңгелеккә ваз кистеме бөйөк Хаким?
Инде һис кенә лә хуш күрмәҫме?
9Бөтөнләйгә юғалдымы тоғро мөхәббәте?
Вәғәҙәләре мәңгегә тамам булырмы?
10Алла рәхимлеген оноттомо?
Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Села
11Шунан үҙ-үҙемә әйттем:
«Бына нимә минең өсөн хәсрәт:
Юғарыларҙан Юғары уң ҡулы менән
Беҙгә элекке һымаҡ ярҙам күрһәтмәй».
12Раббының ғәмәлдәрен онотмам,
Боронғо хикмәттәрен иҫтә тотормон.
13Бөтә эштәреңде аңларға тырышырмын,
Ҡылған ғәмәлдәрең хаҡында уйлармын.
14Эй Аллам, юлың мөҡәддәс!
Һиндәй бөйөк берәй алла бармы?
15Һин мөғжизәләр ҡылған Аллаһың,
Халыҡтар араһында ҡөҙрәтеңде таныттың.
16Көслө беләгең менән халҡыңды –
Яҡуп һәм Йософ улдарын ҡотҡарҙың. Села
17Һыуҙар Һине күргәс, эй Алла,
Һыуҙар Һине күргәс, сайҡалдылар;
Хатта төпһөҙ даръялар тетрәне.
18Болоттар һыуҙарын бушатты,
Күк күкрәне,
Һәр тарафта утлы уҡтарың ялтланы.
19Дауылда күкрәүең яңғыраны,
Йәшен утың донъяны яҡтыртты,
Ер тетрәне һәм сайҡалды.
20Һин диңгеҙҙә,
Тәрән һыуҙарҙа юл һалдың,
Әммә аяҡ эҙҙәрең билдәле түгел ине.
21Муса һәм Һарундың ҡулы менән
Халҡыңды көтөү һымаҡ алға әйҙәнең.
Copyright information for
BakIBT2023