Psalms 78
1Асафтың мәҙхиәһе.Эй Алла, ят ҡәүемдәр баҫып алды биләмәңде,
Мөҡәддәс ҡорамыңды нәжесләнеләр,
Йәрүсәлимде таш өйөмөнә әйләндерҙеләр.
2Ҡолдарыңдың мәйетен күктәге ҡоштарға,
Тоғроларыңдың тәнен ерҙәге хайуандарға ем итеп бирҙеләр.
3Йәрүсәлим тирәләй уларҙың ҡанын һыу һымаҡ түктеләр,
Мәйеттәрҙе ерләргә һис кем ҡалманы.
4Күршеләребеҙ алдында мәсхәрәгә төштөк,
Бөтә әйләнә-тирәгә көлкө һәм хур булдыҡ.
5Асыуың ҡасанға тиклем барыр, Раббы?
Мәңге шулай һуҙылырмы?
Күпме яныр ялҡынланып көнсөллөгөң?
6Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәрҙең,
Исемеңде телгә алмаған батшалыҡтарҙың өҫтөнә түк.
7Сөнки шулар Яҡуптың башын ашаны,
Йортон харабаға әйләндерҙе.
8Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә.
Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал –
Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.
9Данлы исемең хаҡына беҙгә ярҙам ит,
Йә Алла, ҡотҡарыусыбыҙ беҙҙең!
Исемең хаҡына йолоп ал беҙҙе,
Гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит.
10Ниңә әле ят ҡәүемдәр:
«Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тип көлә.
Ҡолдарыңдың түгелгән ҡандары өсөн үс алыуың
Күҙ алдыбыҙҙа бар ҡәүемдәргә мәғлүм булһын.
11Әсирҙең иңрәүе хозурыңа ирешһен,
Ҡеүәтле беләк көсөң менән Һин
Үлемгә дусар ителгәндәрҙе ҡотҡар.
12Һине хурлаған күршеләребеҙгә
Ете ҡат артығыраҡ итеп ҡайтар, бөйөк Хаким!
13Беҙ Һинең халҡың, көтөүеңдең ҡуйҙары,
Мәңгегә Һиңә шөкөр итербеҙ,
Быуындан-быуынға маҡтау йырларбыҙ.
Copyright information for
BakIBT2023