Psalms 8
1Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.2Раббы Хакимыбыҙ!
Исемең ниндәй ғиззәтле бөтә ер йөҙөндә!
Асмандан юғарыраҡ Һинең шөһрәтең!
3Сабыйҙар, имсәк балаларҙың ауазы менән
Дошмандар һәм үслеләргә ҡаршы
Һин нығытма ҡорҙоң, уларға ахыр ҡуйҙың.
4Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым,
Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным.
5Әҙәм заты нимә инде?
Ә Һин уның хаҡында уйлайһың!
Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең?
6Уны Алланан саҡ ҡына түбән иттең;
Шөһрәт һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең.
7Ҡулыңдың ижадына уны хаким ҡылдың,
Бөтә нәмәне аяғы аҫтына һалдың:
8Эре һәм ваҡ малды,
Ҡырағай хайуанды,
9Күктәге ҡош, диңгеҙҙәге балыҡ,
Даръяларҙа йөҙгән һәммәһен.
10Эй Раббы Хакимыбыҙ,
Бөтөн ер йөҙөндә исемең ниндәй ғиззәтле!
Copyright information for
BakIBT2023