‏ Psalms 80

1Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.
2Ҡөҙрәтебеҙ булған Аллаға ҡыуанышып йырлағыҙ,
Шатланышып ҡысҡырығыҙ Яҡуп Аллаһына!
3Көй башлағыҙ, дөңгөр ҡағығыҙ,
Моңло арфа, лира ҡылдарын сиртегеҙ.
4Яңы айҙа, ай тулғанда –
Беҙҙең байрам көндәрендә
Мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ!
5Сөнки был – Исраилға ҡағиҙә;
Яҡуп Аллаһының ҡануны был.
6Йософ нәҫеле Мысырҙан ҡотолоп сыҡҡас,
Уға быны күрһәтмә итеп бирҙе.

Үҙем белмәгән телдә тауыш ишеттем:
7«Яурынынан ауыр йөгөн алдым,
Ҡулдары ауыр кәрзиндәрҙән ҡотолдо.
8Бәләгә ҡалғас, Мине саҡырҙың –
Мин һине ҡотҡарып алып ҡалдым;
Йәшен болотонан яуап ҡайтарҙым,
Мерива һыуҙарында һине һынаным. Села

9Тыңла, халҡым, Мин киҫәтәм һине!
Эй Исраил, һин Мине тыңлаһаң ине!
10Арағыҙҙа ят илаһ булмаһын,
Сит ерҙәрҙең илаһына табынма!
11Һине Мысырҙан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.
Ҙур итеп ас ауыҙыңды – туйҙырырмын!»

12«Әммә халҡым әйткәнемде тыңламаны,
Исраил Миңә буйһонманы.
13Шуға уны тиҫкәре булмыштары ихтыярына бирҙем,
Үҙ белдегенә йәшәһен, тинем.
14Әгәр ҙә халҡым Мине тыңлаһа,
Исраил юлдарымдан йөрөһә,
15Дошмандарын бик тиҙ йөгөндөрөр,
Иҙеүселәрен ҡулым менән йүгәнләр инем!
16Миңә нәфрәт тотоусылар бөгөлөп төшөр,
Язалары мәңге дауам итер ине.
17Һеҙҙе бойҙайҙың иң яҡшыһы менән һыйлар,
Ҡаянан аҡҡан бал менән туйҙырыр инем».
Copyright information for BakIBT2023