‏ Psalms 81

1Асафтың мәҙхиәһе.
Алла илаһи йыйында тороп,
Хөкөмөн әйтте илаһтар араһында:
2«Ҡасанғаса нахаҡ хөкөм ҡылырһығыҙ?
Яуыздарҙы аҡлап ҡалырһығыҙ? Села
3Ярлы менән етемдең дәғүәһенә ғәҙел ҡарағыҙ;
Мохтаж менән фәҡирҙең хаҡын бирегеҙ.
4Юҡһыл менән хәйерсене ҡотҡарығыҙ,
Яуыздарҙың ҡулынан уларҙы тартып алығыҙ.

5Тик белмәйҙәр, аңламайҙар!
Дөм ҡараңғыла йөрөйҙәр.

Ер йөҙөнөң нигеҙҙәре ҡаҡшаған.
6Әйттем Мин: „Һеҙ илаһтарһығыҙ;
Һәммәгеҙ ҙә Юғарыларҙан Юғарының улдары.
7Ләкин һеҙ кешеләр кеүек үк үләсәкһегеҙ,
Берәй хаким һымаҡ юғарынан ҡоларһығыҙ“».

8Эй Алла, ҡалҡ, хөкөм ит ер йөҙөн!
Һәммә халыҡтар ҙа Һинеке бит!
Copyright information for BakIBT2023