‏ Psalms 84

1Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
2Йә Раббы, илеңә миһырбанлыҡ ҡылдың,
Яҡуп нәҫеленә муллыҡ-именлек ҡайтарҙың.
3Халҡыңдың ғәйебен ярлыҡаның,
Барлыҡ гонаһтарынан пакланың. Села
4Бөтә асыуыңды ситкә ҡуйҙың,
Ярһыуҙарыңдан тыйылдың.

5Эй ҡотҡарыусыбыҙ Алла,
Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар!
Беҙгә асыуыңды туҡтат.
6Мәңге шулай асыу һаҡларһыңмы?
Ярһыуың быуындан-быуынғаса һуҙылырмы?
7Халҡың Һиндә ҡыуаныс тапһын тип,
Беҙҙе ҡабат терелтмәҫһеңме ни?
8Йә Раббы, тоғро мөхәббәтеңде күрһәт,
Ҡотҡара күр беҙҙе!

9Раббы Алланың әйткәненә ҡолаҡ һалам.
Халҡына, тоғро ҡолдарына именлек вәғәҙә итә,
Тик мәғәнәһеҙ юлдарға ҡайтмаһындар.
10Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын,
Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк.

11Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ,
Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.
12Ерҙән тоғролоҡ үҫеп сығыр,
Хаҡлыҡ күктәрҙән аҫҡа эйелер.
13Раббы бәрәкәт күндерер,
Еребеҙ мул уңыш бирер.
14Хаҡлыҡ Раббының алдынан атлап барыр,
Уның өсөн юл әҙерләр.
Copyright information for BakIBT2023