‏ Psalms 85

1Дауыттың доғаһы.
Мин бисара бер фәҡирмен,
Ҡолаҡ һал да яуап ҡайтар, Раббым!
2Мин Һиңә тоғромон, йәнемде һаҡла,
Эй Аллам, Һиңә өмөт бағлаған ҡолоңдо ҡотҡар!
3Көн оҙоно Һиңә ялбарамын,
Эй бөйөк Хаким, миһырбанлы бул миңә.
4Мин бәндәңдең күңелен һөйөндөр,
Йәнемде Һин Хакимыма олғаштырам.
5Һин игелекле, ғәфү итергә әҙерһең, бөйөк Хаким;
Үҙеңде саҡырғандарға мөхәббәтең мул.
6Йә Раббы, доғамды ишет,
Ялбарыу ауазыма ҡолаҡ һал!
7Хәсрәт көнөмдә Һине саҡырам,
Беләм, миңә яуап ҡайтарырһың.

8Бөйөк Хаким, илаһтар араһында Һиндәй юҡ,
Һин эшләгән һымаҡ ғәмәлдәр юҡ.
9Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе,
Эй бөйөк Хаким, хозурыңа килеп баш эйер,
Исемеңә дан-шөһрәт килтерер.
10Сөнки Һин бөйөкһөң,
Мөғжизәләр ҡылыусыһың.
Яңғыҙ Һин генә Аллаһың!
11Йә Раббы, миңә юлыңды күрһәт –
Һинең хәҡиҡәтеңдә йәшәйем.
Йөрәгемә бары тик бер генә ынтылыш һал –
Һинең исемеңде генә ҡурҡып хөрмәтләйем.
12Бар күңелемдән Һиңә шөкөр итермен, Хакимым Аллам!
Мәңге Һинең исемеңде ололармын.
13Миңә булған тоғро мөхәббәтең бөйөк,
Йәнемде үлеләр донъяһы упҡынынан Һин ҡотҡарҙың.

14Эй Алла, хаяһыҙҙар миңә һөжүм итә,
Залимдар өйөрө йәнемде көҫәй.
Улар бит Һине һанламай.
15Эй бөйөк Хаким, Һин рәхимле, мәрхәмәтле,
Сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, тоғро Алла.
16Хәлемде күр, мәрхәмәт-шәфҡәт ҡыл,
Мин ҡолоңа көс-ҡеүәт бир,
Ҡолиәңдең улын ҡотҡар.
17Мине үҙ итеүеңдең берәй билдәһен күрһәт, Раббы!
Миңә ярҙам иткәнеңде, йыуатҡаныңды күргәс,
Миңә нәфрәт тотҡандар хурлыҡҡа ҡалһын.
Copyright information for BakIBT2023