Psalms 86
1Ҡорах улдарының йыр-мәҙхиәһе.Ул Йәрүсәлимде мөҡәддәс тау өҫтөнә ҡорған!
2Раббы Сион ҡапҡаларын
Яҡуп нәҫеленең бар төйәктәренән нығыраҡ һөйә.
3Эй Алла ҡалаһы, һинең хаҡта
Ниндәй ғәжәйеп һүҙҙәр һөйләйҙәр. Села
4Мине танығандар араһына
Раһав ▼
▼ Раһав – бында Мысырҙың ҡушаматы.
менән Бабилды ла индерермен,Пелешеҫ менән Тир, Куш хаҡында:
«Ул да бында тыуған», – тиерҙәр.
5Ә Сион тураһында былай әйтелер:
«Шул да унда тыуған, был да,
Юғарыларҙан Юғары Үҙе
Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».
6Раббы халыҡтар исемлегендә:
«Был да Сионда тыуған», – тип яҙыр. Села
7Йыраусылар менән бейеүселәр:
«Тормош сығанағым – һиндә», – тип әйтер.
Copyright information for
BakIBT2023