Psalms 87
1Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. Йыр. Йырсылар етәксеһенә: «Махалаҫ» көйөнә. Ҡара-ҡаршы йыр. Әзрах нәҫеленән булған Һемандың уйланыуҙары.2Йә Раббы, мине ҡотҡарған Алла,
Көнөн-төнөн Һиңә ялбарамын!
3Доғам хозурыңа барып етһен,
Ҡолаҡ һал ялбарыуыма.
4Ҡайғы-хәсрәтем боғаҙыма тығылды,
Йәнем үлеләр донъяһына яҡынлашты.
5Ҡәбергә төшкәндәргә иш булдым,
Һис тәҡәтһеҙ тороп ҡалдым.
6Үлектәр араһына ташланған,
Һин башҡаса иҫеңә алмаған,
Инде бөтөнләй ҡулыңдан төшкән,
Ҡәберҙә ятҡан мәйеттәй булдым,
7Мине тәрән соҡор төбөнә һалдың,
Ҡараңғылыҡҡа, упҡынға аттың.
8Башыма төштө асыуың,
Тулҡындарың менән иҙҙең. Села
9Яҡындарымды алыҫлаштырҙың,
Улар күҙендә ерәнгес иттең.
Бикле ҡалдым да сыға алмайым.
10Хәсрәтемдән күҙ нурҙарым һүнде,
Һәр көн Һиңә ялбарамын, Раббы,
Ҡулдарымды Һиңә һонамын.
11Мөғжизәләреңде мәйеттәргә күрһәтәсәкһеңме?
Үлектәр тороп Һине данлармы? Села
12Тоғро мөхәббәтең хаҡында ҡәберҙә,
Тоғролоғоң тураһында Һәләкәт урынында һөйләнерме?
13Ҡараңғылыҡта хикмәттәреңде кем күрер?
Ғәҙеллегеңде онотолоу донъяһында кем белер?
14Мин иһә, йә Раббы, ярҙамға саҡырам Һине;
Доғам иртә таңдан Һиңә олғашыр.
15Ни өсөн мине ситкә тибәһең, Раббы,
Ниңә Һин минән йөҙөңдө йәшерәһең?
16Бәхетһеҙмен, үлем хәлендәмен йәшлегемдән;
Дәһшәттәрең алдында сараһыҙ ҡалдым.
17Асыуың башымдан ашты инде,
Дәһшәтеңдән рухым һынды минең.
18Ул көн һайын ташҡындай уратып ала,
Мине һәр тарафтан ҡамалай.
19Йәремдән, яҡын дуҫымдан айырҙың,
Серҙәшем булып тик ҡараңғылыҡ ҡалды.
Copyright information for
BakIBT2023