‏ Psalms 89

1Алла ҡоло Мусаның доғаһы.
2Эй бөйөк Хаким, быуындан-быуынғаса
Һин беҙҙең һыйыныр урын булдың.
3Тауҙар бар булғандан әүәл,
Ер менән донъяны яратҡаныңа тиклем,
Мәңгелектән мәңгелеккә ҡәҙәр
Алла – Һинһең.

4Кешене ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһың,
«Эй әҙәм балалары, тупраҡҡа ҡайтығыҙ!» – тиһең.
5Мең йыл Һинең күҙ алдыңда
Үтеп киткән кисәге көн,
Йәки ҡыҫҡа бер төн һымаҡ.
6Кешеләрҙе ташҡындай йыуып ташлайһың,
Улар – тик төш; бары үлән һымаҡ:
Иртән шытып сыға, сәскә ата,
Кискә һулып төшә, ҡороп ҡата.
7Сөнки асыуыңдан юҡ булабыҙ,
Ярһыуыңдан ҡурҡыуға ҡалабыҙ.
8Енәйәттәребеҙҙе алдыңа һалдың,
Йәшерен гонаһтарыбыҙҙың барыһын
Йөҙөңдөң яҡтыһына сығарҙың.

9Көндәребеҙ Һинең асыуың аҫтында үтә,
Бер һулыш һымаҡ юғала йылдарыбыҙ.
10Етмеш йыл ғүмер һөрәбеҙ,
Ныҡ булғанда һикһәнгә етәбеҙ;
Иң матур йылдар ҙа ауыр хеҙмәт, яфа менән
Елеп үтә, үҙебеҙ осоп китәбеҙ.

11Асыуыңдың ҡеүәтен кем белә алыр?
Ярһыуың беҙ Һинән ҡурҡҡан һымаҡ бөйөк.
12Ғүмеребеҙҙең көндәрен һанарға өйрәт,
Шунда йөрәгебеҙ зирәклеккә эйә булыр.
13Боролһаңсы беҙгә табан, Раббы!
Ҡасанға тиклем көтөргә беҙгә?
Мәрхәмәтле булсы ҡолдарыңа.
14Таң һайын мөхәббәтең менән туйындыр,
Бәхет-шатлыҡ менән ғүмер кисерәйек.
15Күпме көндәр беҙҙе интектерҙең,
Нисә йылдар буйы ғазап сиктек,
Инде шул ҡәҙәрле үк һөйөндөр.
16Беҙгә, Үҙ ҡолдарыңа, ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде,
Балаларыбыҙға дан-шөһрәтеңде күрһәт.
17Аллабыҙ Хаким беҙҙән ҡәнәғәт ҡалһын.
Ҡулыбыҙҙың эшен емешле ит.
Эйе, ҡулдарыбыҙҙың ғәмәлен уңышлы ит.
Copyright information for BakIBT2023