‏ Psalms 9

1Йырсылар етәксеһенә: «Муҫ-лаббен» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.
2Бар күңелдән шөкөр итермен, йә Раббы,
Бөтә ғәжәйеп ғәмәлдәреңде һөйләрмен.
3Һиндә булыр һөйөнөсөм һәм тантанам,
Исемеңә мәҙхиә йырлармын, эй Юғарыларҙан Юғары!

4Дошмандарым кире сигенгәндә
Һөрөнөп дөмөгөрҙәр алдыңда.
5Сөнки Һин хөкөм ҡылдың, дәғүәмде ҡараның;
Ғәҙел хөкөмдар булып тәхетеңдә ултырҙың.

6Ҡәүемдәрҙе Һин дәһшәткә һалдың,
Яуыздарҙы ҡырып ташланың,
Исемдәрен мәңгенән мәңгегә юйҙың.
7Башҡаса юҡ дошман –
Бары ҡалды харабалар!
Ҡалаларын һепереп түктең,
Хатта хәтирәләре ҡалманы.

8Раббы мәңге хаким булыр,
Ул тәхетен хөкөм ҡылыр өсөн ҡорған.
9Донъяны ғәҙеллек менән хөкөм итер;
Халыҡтарға хаҡ хөкөм сығарыр.

10Иҙелгәнгә һыйыныс булыр Раббы,
Бәлә килгән саҡта – ышаныслы ышыҡ.
11Атыңды белгәндәр Һиңә өмөт бағлар,
Сөнки, Раббы, Үҙеңде эҙләгәндәрҙе ташламайһың.

12Сионды төйәк иткән Раббыға маҡтау йырлағыҙ!
Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында һөйләгеҙ!
13Сөнки түгелгән ҡандың ҡонон ҡайтарыр, иҫендә тотор,
Иҙелгәндәрҙең зарын онотмаҫ.

14Ҡыҙған мине, Раббы!
Алып кит Һин мине үлем ҡапҡаһынан,
Миңә нәфрәт тотҡандарҙан
Күргән ғазабыма ҡара!
15Шул саҡ Йәрүсәлимдең ҡапҡаларында
Һиңә маҡтау яуҙырайым,
Ҡотҡарыуыңа ҡыуанайым.

16Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы,
Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны.
17Раббы Үҙен танытты һәм хаҡ хөкөм ҡылды,
Залимдар үҙҙәре ҡуйған тоҙаҡҡа ҡапты. Һиггайон
Һиггайон – мәғәнәһе билдәле булмаған музыкаль термин.
Села

18Яуыздар – Алланы онотҡан бар ҡәүемдәр –
Үлеләр донъяһына китер…
19Әммә мохтаж бөтөнләйгә онотолмаҫ,
Фәҡирҙең өмөтө бушҡа булмаҫ.

20Ҡалҡ, Раббы! Әҙәм заты өҫтөн сыҡмаһын,
Ҡәүемдәргә хозурыңда хөкөм ҡылынһын!
21Уларға дәһшәт һал, Раббы!
Үҙҙәренең кеше генә булғандарын белһен. Села

22Йә Раббы, ниңә Һин ситтә тораһың?
Бәлә килгәндә Үҙеңде йәшерәһең?
23Тәкәббер яуыздар ярлыны эҙәрләй,
Үҙҙәре ҡорған мәкергә үҙҙәре эләкһен!

24Яуыз әҙәм нәфсеһен ҡандырыр ҙа маҡтаныр;
Ҡомһоҙ – Раббыға хур бағыр, Уны ҡарғар.
25Залим, тәкәбберләнеп, Алланы һанға һуҡмаҫ,
Ул эсенән: «Алла юҡ», – тип уйлай.
26Уның эше һәр ваҡыт уң булыр.
Һинең хөкөмдәрең уның өсөн юғары һәм алыҫ,
Дошмандарына тик көлөп ҡарар.
27Күңеленән генә: «Мин сайҡалмам! – тиер, –
Бер ваҡытта ла бәләгә ҡалмам!»
28Ауыҙы тулы ҡарғыш, мәкер, яуызлыҡ,
Тел төбөндә – золом һәм боҙоҡлоҡ.

29Улар ауылдарҙа боҫоп ятыр,
Аулаҡта ғәйепһеҙҙе үлтерер,
Ярҙамһыҙҙан күҙен алмай һағалар.
30Бахырҙы эләктереп алырға
Өңөндә боҫҡан арыҫлан һымаҡ,
Йәшеренеп аңдып ятыр,
Ауына эләктереп һөйрәкләр.

31Бисаралар сараһыҙҙан сүгеп,
Аяуһыҙҙың тырнағына ҡабыр.
32Залим әҙәм үҙ алдына: «Алла онотто, – тиер, –
Ул күҙен йомдо, бер ваҡытта ла күрмәҫ».

33Йә Раббы, ҡалҡ, ҡулыңды күтәр, эй Алла!
Иҙелгәндәрҙе онотма!
34Ниңә яуыз бәндә Һине хурлай,
Эсенән: «Алла минән яуап таптырмаҫ!» – тип уйлай?

35Әммә Һиңә барыһы ла мәғлүм,
Хәсрәт-әрнеүҙәрҙе күрәһең;
Бисара үҙен Һиңә тапшыра,
Етемдәрҙең Һин ярҙамсыһыһың.

36Залимдың һәм ғәҙелһеҙҙең ҡеүәтен ҡыр,
Әйҙә, уларҙың ҡылғандары язаһыҙ ҡалмаһын,
Яуызлыҡтары эҙһеҙ юғалһын.

37Раббы мәңгенән мәңгегә батша,
Уның еренән ят ҡәүемдәр юҡҡа сығыр.

38Иҙелгәндәрҙең теләген ишетәһең, Раббы,
Уларҙың рухтарын нығыт,
Ҡолаҡ һалып тыңла.
39Үкһеҙҙең, иҙелгәндең хаҡын ҡайтарыр өсөн,
Фани әҙәм башҡаса дәһшәт сәсмәһен.
Copyright information for BakIBT2023