‏ Psalms 90

1Юғарыларҙан Юғарының ышығына һыйынған,
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күләгәһендә йәшәгән кеше
2Раббы хаҡында былай тип әйтер:
«Ул минең һыйындырыусым, ҡәлғәм,
Аллам, мин Уға өмөт бағлайым».
3Ул һине аусының тоҙағынан,
Үлемесле сирҙәрҙән ҡотҡарыр.
4Ул һине ҡанат аҫтына алыр,
Ҡаурыйҙары араһына һыйынырһың;
Тоғролоғо – ҡалҡаның, ышығың булыр.
5Ҡурҡмаҫһың төнгө дәһшәттән,
Көн яҡтыһында атылған уҡтан,
6Ҡараңғыла ябырылған ҡырғын,
Төш мәлендә килеп баҫҡан һәләкәттән.
7Тирә-яғыңда йығылып ятыр меңдәр;
Унар меңдәр уң яғыңда ҡолар,
Ә һиңә ҡағыла алмаҫ хәтәр.
8Үҙ күҙҙәрең менән ҡарарһың,
Залимдарҙың язаһын күрерһең.

9Һин Раббыға һыйынғаның,
Юғарыларҙан Юғарыға ышыҡланғаның өсөн
10Башыңа һәләкәт килмәҫ,
Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ.
11Алла һинең хаҡта фәрештәләренә бойороҡ бирер,
Улар, ҡайҙа йөрөһәң дә, һине һаҡлар,
12Аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй,
Улар һине ҡулдарына күтәреп йөрөтөр.
13Арыҫланға, зәһәр йыланға баҫып үтерһең,
Йәш арыҫланды, йыланды иҙә тапарһың.

14«Ул Мине яратҡан өсөн
Уны азат итәсәкмен, – ти Раббы, –
Исемемде танығанға күрә,
Мин уны һаҡлаясаҡмын.
15Саҡырғанда яуап ҡайтарырмын,
Ҡайғылы мәлендә – янында булырмын,
Йолоп алырмын, данға күмермен.
16Ғүмерен оҙон ҡылырмын,
Ҡотҡарыуымды бүләк итермен».
Copyright information for BakIBT2023