Psalms 91
1Мәҙхиә. Шәмбе көнө өсөн йыр.2Эй Раббы, Һиңә шөкөраналар ҡылыу яҡшы,
Эй Юғарыларҙан Юғары, исемеңде данлау яҡшы.
3Йырлау яҡшы иртәнсәк мөхәббәтеңде,
Иғлан ҡылыу яҡшы кистәрен тоғролоғоңдо.
4Яҡшылыр быларҙы һөйләү көйгә һалып,
Ун ҡыллы арфа һәм лира сиртә-сиртә!
5Сөнки, йә Раббы, ғәмәлдәрең менән ҡыуандыраһың;
Ҡулыңдың эштәренә һоҡланып йырлайым.
6Ҡылғандарың ни ҡәҙәрле бөйөк, Раббы!
Тәрәнлектән тәрән фекерҙәрең!
7Ахмаҡ әҙәм быны белмәҫ,
Алйоттоң аҡылы етмәҫ:
8Залимдар сүп үләнеләй үрсеһә лә,
Яуызлыҡ күкрәп сәскә атһа ла,
Улар мәңгегә юҡҡа сығасаҡ.
9Ә Һин мәңге бейек, Раббы!
10Йә Раббы, дошмандарың мотлаҡ ҡырыласаҡ.
Яуызлыҡ ҡылыусылар һәммәһе таралып бөтәсәк.
11Ә мине ҡырағай үгеҙ һымаҡ көслө иттең,
Башыма саф зәйтүн майы һөрттөң.
12Дошмандарым йығылғанын күҙем күрер,
Миңә һөжүм иткән яуыздарҙың
Ҡолағанын ҡолағым ишетер.
13Тәҡүә кеше хөрмә һымаҡ сәскә атыр,
Ливандағы кедр ағасылай ҡалҡыр.
14Раббы йортонда тамырланғандар,
Аллабыҙ ихатаһында сәскә атыр.
15Улар өлкәнәйгәс тә емешле,
Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.
16Улар әйтер: «Раббы хаҡ, Ул – ҡаям минең;
Унда тамсы ла ғәҙелһеҙлек юҡ».
Copyright information for
BakIBT2023