‏ Psalms 92

1Раббы – батша!
Ул ҡеүәтенә бөркәнеп, ҡөҙрәт менән билен быуған,
Донъяны ҡаҡшамаҫлыҡ итеп ныҡ ҡорған.
2Тәхетең ҡаҡшамаҫлыҡ ҡуйылған әүәл-әүәлдәрҙән,
Һин Үҙең – мәңгелектәнһең!

3Йылғалар гөрләп аға, йә Раббы,
Йылға һыуҙары шаулай,
Гөрһөлдәй йылға һыуҙары.
4Ташҡын һыуҙар гөрһөлдәүенән,
Диңгеҙҙәрҙең шашҡын тулҡынынан
Юғарылағы Раббы ҡөҙрәтлерәк.

5Һинең күрһәтмәләрең хаҡтан-хаҡ, Раббы;
Мөҡәддәслек – йортоңдоң биҙәге мәңгелеккә.
Copyright information for BakIBT2023