‏ Psalms 93

1Йә Раббы, эй үс алыусы Алла!
Үс алыусы Алла, сәс нурыңды!
2Ҡалҡ Һин, донъяның Хөкөмдары,
Тәкәбберҙәргә бир хаҡ язаңды!
3Раббы, ҡасанғаса был залимдар,
Ҡасанғаса тантана итерҙәр?

4Ауыҙҙарынан ағыла хаяһыҙлыҡ,
Яуызлыҡ ҡылалар ҙа маҡтаналар.
5Эй Раббы, улар халҡыңды иҙә,
Биләмәңә Һинең золом ҡыла.
6Тол ҡатынды, килмешәкте үлтерәләр,
Етем-еһерҙе ҡыралар.
7Улар әйтә: «Раббы күрмәҫ,
Яҡуп Аллаһы бер ни ҙә белмәҫ».

8Эй алйоттар, аҡылығыҙға килегеҙ!
Эй наҙандар, ҡасан һеҙгә аҡыл инер?
9Ҡолаҡты бар ҡылыусы ишетмәйме ни?
Күҙҙәрҙе яратыусы күрмәйме?
10Халыҡтарға өгөт-нәсихәт биреүсе,
Кешеләргә өйрәтеүсе яза сығармаҫмы?
11Раббы белә кешенең уйҙарын:
Улар буп-буш, мәғәнәһеҙ.

12Йә Раббы, ниндәй бәхетле
Һинең өгөт-нәсихәтеңде алғандар,
Һинең ҡануныңды өйрәнгәндәр.
13Залимдарға соҡор ҡаҙылғанға тиклем,
Һин уларҙы яман көндәрҙән имен һаҡлайһың.
14Сөнки Раббы халҡын Үҙенән ситкә тибәрмәҫ,
Үҙенең биләмәһен ташламаҫ.
15Хөкөм йәнә ғәҙел булыр,
Саф йөрәклеләр хаҡлыҡ артынан барыр.

16Кем мине залимдарҙан ҡурсалар?
Кем яуыздарға ҡаршы көрәштә эргәмдә торор?
17Әгәр Раббы ярҙамсым булмаһа,
Йәнем күптән күсер ине тын донъяға.
18«Бына-бына аяғым тайыр!» – тигән заманда,
Йә Раббы, тоғро мөхәббәтең таяныс булды.
19Эсем тулы ҡайғы-хәсрәт булған саҡта
Йыуатыуың күңелемде шатландыра.
20Ҡанундар сығарып золом ҡылған яуыз хөкөмдарҙар,
Раббы, Һиңә яҡын булырмы һуң?
21Уларҙың өйөрҙәре тәҡүәгә ташлана,
Ғәйепһеҙ йәнде үлемгә хөкөм итә.
22Әммә Раббы миңә ҡәлғә булды,
Ышыҡланыр ҡаям булды Алла.
23Залимдарҙың яуыз эшен үҙ баштарына төшөрөр,
Енәйәттәренә күрә һәләк итер,
Аллабыҙ Раббы уларҙы ҡырып ташлар.
Copyright information for BakIBT2023