‏ Psalms 94

1Килегеҙ, Раббыға һөйөнөшөп өндәшәйек,
Беҙҙе ҡотҡарыусы ҡаябыҙға
Ҡыуанышып йырлашайыҡ.
2Алдына баҫайыҡ шөкөрана ҡылып;
Шатлыҡлы йырыбыҙҙы бағышлайыҡ!
3Сөнки Раббы – бөйөк Алла,
Барса илаһтар өҫтөнән бөйөк Батша.
4Ерҙең тәрәнлектәре Уның ҡулында,
Тау түбәләре Уның ихтыярында.
5Уныҡы Үҙе яратҡан диңгеҙ ҙә,
Ҡулы бар ҡылған ҡоро ер ҙә.

6Килегеҙ, сәждә ҡылайыҡ, бөгөләйек,
Беҙҙе бар ҡылған Раббы алдында теҙ сүгәйек.
7Сөнки Ул – беҙҙең Аллабыҙ;
Беҙ – Уның көтөүендәге халыҡ,
Ҡулының аҫтындағы ҡуйҙарбыҙ.

Әгәр ҙә бөгөн Уның тауышын ишетәһегеҙ икән,
8Тиҫкәре булмағыҙ Меривалағылай,
Теге заман сүлдә, Массалағы, һымаҡ.
9Унда аталарығыҙ Мине һынап маташты,
Һынанылар ҙа ҡылған эштәремде күрҙеләр.
10Ҡырҡ йыл буйы ул быуындан йөҙ борҙом Мин.
Әйттем: «Улар – күңелдәре аҙашҡан бер халыҡ,
Юлдарымды танымайҙар».
11Шуға күрә асыуланып Мин ант иттем:
«Улар Минең тыныс-имен урыныма
Бер ҡасан да инмәйәсәк!»
Copyright information for BakIBT2023