‏ Psalms 95

1Йырлағыҙ Раббыға яңы йыр!
Йырла Раббыға, бар донъя!
2Йырлағыҙ Раббыға, исемен данлағыҙ,
Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ!
3Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ,
Хикмәттәрен барса халыҡтарға еткерегеҙ.
4Сөнки Раббы – бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ,
Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк.
5Башҡа халыҡтарҙың илаһтары – боттар,
Раббы иһә күктәрҙе бар ҡылған.
6Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында,
Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.

7Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ,
Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ!
8Раббының данлы исемен ололағыҙ,
Саҙаҡалар алып ихатаһына инегеҙ!
9Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ!
Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор!

10Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ.
Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ.
Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр.
11Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер!
Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын!
12Ҡырҙар һәм ҡырҙа йәшәгәндәр ҡыуанһын!
Урмандағы ағастар шатланып гөрләшһен
13Раббы хозурында.
Сөнки Ул килә,
Ер йөҙөн хөкөм итергә килә.
Ул донъяны Үҙенең хаҡлығына,
Халыҡтарҙы тоғролоғона таянып хөкөм итер.
Copyright information for BakIBT2023