‏ Psalms 96

1Раббы – батша! Ҡыуанһын ер йөҙө;
Шатланһын диңгеҙ буйҙарындағы илдәр!
2Уны болот һәм ҡараңғылыҡ солғаған;
Тәхетенең нигеҙендә – ғәҙеллек менән хаҡ хөкөм.
3Уның алдынан ут-ялҡын килә,
Һәр тарафтағы бөтә дошмандарын яндыра.
4Йәшене ғаләмде балҡыта,
Ер йөҙө быны күреп тетрәнә.
5Тауҙар Раббы хозурында –
Бөтөн ер йөҙөнөң Хакимы алдында –
Балауыҙҙай иреп аға.
6Күктәр һөйләй Уның хаҡлығы хаҡында,
Шөһрәтен бөтә халыҡтар күрә.

7Оятҡа ҡалһын һынға табыныусылар,
Хур булһын боттарын данлаусылар!
Бөтә илаһтар, сәждә ҡылығыҙ Раббыға!
8Йә Раббы, Һинең хөкөмдәреңде
Сион ишетеп һөйөнә,
Йәһүҙә ҡалалары ҡыуаныша.
9Сөнки бөтә ер йөҙөндә
Йә Раббы, иң бөйөгө Һинһең,
Һәммә илаһтарҙан Һин өҫтөнһөң!

10Эй һеҙ, Раббыны һөйгәндәр, яманға нәфрәт тотоғоҙ.
Раббы тоғро бәндәләренең йәнен һаҡлай,
Уларҙы залимдарҙан ҡотҡара.
11Тоғроларға нур һибелә,
Шатлыҡ яуа саф йөрәклеләргә.
12Эй тәҡүәләр, Раббы ҡыуанысығыҙ булһын,
Мөҡәддәс исеменә шөкөр итегеҙ!
Copyright information for BakIBT2023