Psalms 97
1Мәҙхиә.Раббыға яңы йыр йырлағыҙ,
Сөнки мөғжизәләр ҡылды;
Уң ҡулы, мөҡәддәс беләге менән еңеү ҡаҙанды.
2Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе,
Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте.
3Исраил нәҫеленә булған мөхәббәтен,
Тоғролоғон онотманы;
Ер йөҙөнөң һәр тарафы
Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрҙе.
4Бөтә донъя, сәләмлә Раббыны!
Күңел ас, шатлан һәм йырла!
5Лирала уйнап, йырлағыҙ Раббыға,
Уны маҡтап мәҙхиә һуҙығыҙ!
6Борғо һәм мөгөҙ ауазы яңғыратып
Раббы-Батша хозурында тантана итегеҙ.
7Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр,
Донъя һәм уны төйәк иткәндәр.
8Йылғалар алҡышлаһын,
Шатланһындар бергәләшеп тауҙар
9Раббы хозурында!
Ул ер йөҙөн хөкөм итергә килә.
Ул донъяға ғәҙелдәрҙән-ғәҙел,
Халыҡтарға хаҡтан-хаҡ хөкөмөн ҡыла.
Copyright information for
BakIBT2023