Revelation of John 1
1Был – Ғайса Мәсихкә бирелгән асылыш һүҙе. Тиҙҙән ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алла уны фәрештәһе аша Үҙенең ҡоло Яхъяға тапшырҙы. 2Яхъя үҙе күргәндәрҙең барыһын – Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсихтең күрһәтеп һөйләгәндәре хаҡында шаһит булараҡ бәйән итә. 3Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған һәм тыңлаған, унда яҙылғандарҙы үтәгән кешеләр бәхетле, сөнки ул һүҙҙәрҙең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашты.Имандаштарҙың ете берҙәмлеген сәләмләү
4 aЯхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан 5һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған 6 bһәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм ҡаһиндар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин. 7 c dБына Ул болоттар араһында килер,Уны һәр кем,
хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер.
Ерҙәге бар халыҡтар
Уның алдында үкһеп илар.
Шулай булыр. Амин.
8 e«Мин – Альфа һәм Омега ▼
▼ Альфа һәм Омега – грек алфавитының тәүге һәм һуңғы хәрефтәре (башҡорт телендәге А һәм Я кеүек). «Альфа һәм омега», йәғни «башы һәм аҙағы» тулылыҡты, камиллыҡты аңлата. «Асылыш» китабында ла ул донъяның башланмышынан һуңғы көнөнә тиклем бар тарихына ишаралай.
, – ти Раббы Аллабыҙ, Бар, Булған һәм Киләсәк Зат, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе».Әҙәм улына оҡшаған Берәүҙең Яхъяға күренеүе
9Мин Ғайсаның ғазап сигеүен, батшалығын һәм сыҙамлығын уртаҡлашыусы имандашығыҙ Яхъямын, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауға ебәрелгәйнем. 10Раббы көнөндә ▼▼ Раббы көнө – аҙнаның беренсе көнө – йәкшәмбе көнө тураһында һүҙ барыуы ихтимал.
мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғо эсенән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем ▼▼ Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «…ишеттем: „Мин – Альфа һәм Омега, Тәүге һәм Һуңғы“.» тигән һүҙҙәр ҙә бар.
. 11– Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Эфесҡа ла, Смурнаға ла, Пергамға ла, Түәтейраға ла, Сардисҡа ла, Филаделфеяға ла, Лаодикеяға ла, – тине ул. 12Миңә өндәшеүсене күрергә тип артыма боролғас, ете алтын шәмдәл тороуын күрҙем. 13 iШәмдәлдәр араһында оҙон кейем кейгән һәм күкрәгенә тиклем алтын билбау быуған әҙәм улына оҡшаған Берәүҙе күреп ҡалдым. 14 jУның башындағы сәстәре хәс тә аҡ йөн, аҡ ҡар. Күҙҙәре гүйә утлы ялҡын, 15аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙған ялтыр баҡыр, тауышы – шарлауыҡ шауы. 16 kУң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткер ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәте менән балҡып торған ҡояштай. 17 lМин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы, 18һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда. 19Шулай итеп, ниҙәр күргәнеңде, хәҙер ниҙәр барлығын һәм бынан һуң ниҙәр буласағы тураһында яҙ. 20Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.
Copyright information for
BakIBT2023