‏ Revelation of John 10

Төргәк китап тотҡан фәрештә

1Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор балҡый, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары утлы бағана һымаҡ ине. 2Ҡулына бәләкәй генә төргәк китапты асып тотҡан. Ул уң аяғы менән – диңгеҙгә, һул аяғы менән ергә баҫып, 3арыҫландыҡы һымаҡ көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү, тауыш биреп, һөйләй башланылар. 4Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләгәнен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем:

– Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләгәнен мисәт аҫтына йәшер һәм яҙма.

5Диңгеҙҙә һәм ерҙә баҫып торған мин күргән фәрештә уң ҡулын күккә күтәрҙе лә 6 aкүкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне яратҡан Мәңге Йәшәүсе менән ант итте:

– Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ.
7Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртырға әҙер булған мәлдә, Алла Үҙ ҡолдарына – пәйғәмбәрҙәргә иғлан иткәнсә, Уның сере ғәмәлгә ашҡан булыр.

8 bУнан һуң мин күктән ишеткән тауыш тағы былай тип өндәште:

– Бар, диңгеҙҙә һәм ерҙә торған фәрештәнең ҡулынан асылған төргәк китапты ал.

9Фәрештә янына килдем дә шул ҙур булмаған төргәк китапты миңә биреүен һораным. Фәрештә миңә:

– Ал да уны аша. Ашҡаҙаныңа бик әсе булыр, әммә ауыҙыңда бал кеүек татлы булыр, – тине.

10Мин фәрештәнең ҡулынан шул бәләкәй генә төргәк китапты алып ашаным. Ауыҙымда бал кеүек татлы ине, әммә ашап бөтөүгә ашҡаҙаным әсетеп янды. 11Унан һуң миңә:

– Һин тағы күп халыҡтар, милләттәр, телдәр һәм батшалар тураһында пәйғәмбәрлек итергә тейешһең, – тинеләр.

Copyright information for BakIBT2023