Revelation of John 11
Ике шаһит
1 aМиңә үлсәү таяғы һымаҡ ҡамыш бирелде һәм былай тип әйтелде: – Бар ҙа Алла йортон һәм ҡорбан усағын үлсә, ундағы табыныусыларҙы һанап сыҡ. 2Әммә Алла йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр. 3Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр. 4 bБыл шаһиттар – бөтә ер Хужаһы алдында торған ике зәйтүн ағасы һәм ике шәмдәл. 5Кем дә булһа уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш. 6 c dУларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар. 7Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер. 8Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде. 9Был мәйеттәргә өс көн ярым буйы төрлө халыҡтарҙан, ҡәбиләләрҙән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән һәм милләттәрҙән булған кешеләр ҡараясаҡ. Ул мәйеттәрҙе ҡәбергә һалырға рөхсәт итмәҫтәр. 10Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк. 11Әммә өс көн ярымдан һуң уларға Алланан йәшәү рухы инде һәм улар аяҡтарына баҫты. Уларҙы күргәндәрҙе оло ҡурҡыу алды. 12 eШаһиттар күктән көслө тауыштың: – Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр. Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо. 13Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы. 14Икенсе ҡайғы үтте, тиҙҙән өсөнсөһө килер.Етенсе борғо
15Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәмУның Мәсихе ▼
▼ Мәсих – «мәсехләнгән» тигәнде аңлата. Боронғо Исраилда батша һайлағанда ҡаһиндар ул кешенең башына зәйтүн майы һөрткән. Ғайса Мәсих – Алла тарафынан һайланған һәм мәсехләнгән Зат.
батшалыҡ итә башланы.Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! –
тигән көслө тауыштар яңғыраны. 16Шунда үҙ тәхеттәрендә Алла алдында ултырған егерме дүрт аҡһаҡал, йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылды һәм 17былай тине: – Бар, Булған, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла,
Һиңә шөкөр итәбеҙ, сөнки
Һин Үҙеңдең бөйөк ҡөҙрәтеңде ғәмәлгә ашырҙың,
батшалыҡ итә башланың.
18 gХалыҡтар ярһыны.
Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде,
үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте.
Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә,
изге кешеләреңә һәм
исемеңдән ҡурҡҡан кесеһенән алып
өлкәндәренә тиклем әжер биреү,
ерҙе һәләк иткәндәрҙең үҙҙәрен
һәләк итеү ваҡыты етте.
19Шунан һуң күктә Алла йорто асылды һәм унда Килешеү һандығы ▼
▼ Килешеү һандығы – Алла ҡушыуы буйынса яһалған һандыҡ. Уның эсендә Алланың Исраил халҡы менән төҙөгән төп килешеүенең ун бойороғо яҙылған таҡтаташтар һаҡланған. (Ҡарағыҙ: «Сығыу», 25:10-22.)
күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы.
Copyright information for
BakIBT2023