‏ Revelation of John 12

Ҡатын һәм аждаһа

1Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡ аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж. 2Ҡатын ғоманлы булып, бала тыуҙырыу ғазаптарынан һәм һыҙланыуҙан ҡысҡыра ине. 3 aКүктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж. 4 bҠойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына табасаҡ ҡатын янына килеп баҫты. 5 cҠатын бөтә халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тыуҙырҙы. Баланы тартып алып, Аллаға һәм Уның тәхете янына алып киттеләр. 6Ә ҡатын сүллеккә ҡасты. Унда Алла тарафынан урын әҙерләнеп ҡуйылғайны һәм уға мең ике йөҙ алтмыш көн буйы хәстәрлек күрһәтергә тейештәр ине.

7 dКүктә һуғыш башланды: Михаил үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға ҡаршы һуғышты. Аждаһа иһә үҙенең яуыз фәрештәләре менән уларға ҡаршы торҙо. 8Әммә ул еңелде һәм фәрештәләре менән бергә үҙенең күктәге урынын юғалтты. 9 eБыл ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды. 10Шунан һуң мин күктән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине:

– Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте килде.
Бына Уның Батшалығы килде,
Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты!
Көнө-төнө Аллабыҙ алдында
имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө.
11Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны,
Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде,
хатта үлемдән дә ҡурҡманылар,
үҙҙәренең йәндәрен аяманылар.
12Эй күктәр һәм унда йәшәгәндәр, ҡыуанығыҙ!
Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы,
сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп,
ҡаты асыу менән ярһып һеҙгә төштө.

13Аждаһа, үҙенең ергә бәреп төшөрөлгәнен күргәс, ир бала тапҡан ҡатынды ҡыуа башланы. 14Үҙенә тип сүлдә әҙерләнгән урынға осһон өсөн, ҡатынға ҙур бөркөттөң ҡанаттары бирелде. Йыландың буйы етмәгән был урында ҡатынға бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл
Бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл – грекса төп нөсхәһендә: «ваҡыт, ваҡыттар һәм ярты ваҡыт».
буйы хәстәрлек күрһәтеләсәк.
15Йылан, ҡатынды һыу ағыҙып алып китһен өсөн, ауыҙынан тотош йылға ағыҙып сығарҙы. 16Әммә ер ҡатынға ярҙам итте: ул асылып китте лә аждаһа кикереп сығарған йылғаны йотто. 17Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм ул уның Алла бойороҡтарын үтәгән, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биргән ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте.

Copyright information for BakIBT2023