Revelation of John 13
Диңгеҙ януары
1 aАждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты. Шунда мин диңгеҙҙән сығып килгән януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарына Алланы хурлаған исемдәр яҙылғайны. 2 bМин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, ә аяҡтары – айыуҙыҡы, ауыҙы арыҫландыҡы һымаҡ ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе. 3Мин был януарҙың баштарының береһе үлемесле дәрәжәлә яраланғанын күрҙем, әммә был яра уңалды. Ер өҫтөндәгеләрҙең барыһы ла ғәжәпкә ҡалып уны күҙәтте 4һәм, януарға хакимлығын биргән өсөн, аждаһаға баш эйҙе. Шулай уҡ: – Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр. 5 cЯнуарға тәкәббер һөйләшергә һәм Алланы хурлаған һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ бирелде. Уға ҡырҡ ике ай буйы хакимлыҡ итергә мөмкинлек бирелде. 6Ул Алланы хурлаған һүҙҙәр һөйләй башланы, Уның исемен дә, Ул йәшәгән торлаҡты ла, күктә йәшәүселәрҙе лә хурлаған һүҙҙәр әйтте. 7 dЯнуарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр ҡәбилә һәм халыҡ, һәр телдә һөйләшеүселәр һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде. 8Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк. 9Ҡолаҡтары барҙар – ишетһен! 10 eКемгә әсир төшөргә яҙған,ул әсир төшөр.
Кемгә үлемен ҡылыстан табырға яҙған,
ул ҡылыстан үлер.
Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.
Ер януары
11Аҙаҡ мин ерҙән сығып килгән икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине. 12Ул, беренсе януар исеменән уның бөтә хакимиәте менән эш итеп, ерҙе һәм унда йәшәгәндәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте. 13Был януар бөйөк мөғжизәләр башҡарҙы, хатта кешеләр алдында күктән ергә ут яуҙырҙы. 14Ул, беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты. 15Беренсе януарҙың һыны хатта һөйләй алһын һәм уға табынмаған һәр кем үлемгә дусар ителһен өсөн, икенсе януарға ошо һынға йән индерергә рөхсәт ителде. 16Икенсе януар барыһының да: ябай халыҡтың һәм бөйөктәрҙең, байҙарҙың һәм фәҡирҙәрҙең, иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға һалдырҙы. 17Ошо тамғаһы, йәғни януар исеме, йәки исеменең һаны булмаған бер кем дә бер нәмә лә һатып та ала алманы, һата ла алманы. 18Бында зирәклек кәрәк. Аҡылы булған кеше януарҙың һанын иҫәпләп сығарһын, сөнки ул – кеше һаны. Был һан – алты йөҙ алтмыш алты.
Copyright information for
BakIBT2023