‏ Revelation of John 15

Ете фәрештә һәм ете бәлә

1Тағы ла мин күктә бөйөк һәм ғәжәйеп илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар – иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ. 2Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар. 3 aУлар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине:

– Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла!
Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп.
Халыҡтар Батшаһы
Халыҡтар Батшаһы – ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «изгеләр Батшаһы» тип бирелгән.
,
Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.
4Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та
исемеңде кем данламаҫ?
Бары Һин генә изгеһең,
бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр,
улар Һиңә сәждә ҡылырҙар.
Һинең ғәҙел эштәрең асылды.

5Бынан һуң мин күктә Алла йорто – Килешеү сатыры асылғанын күрҙем. 6Алла йортонан ете бәлә-ҡазаһы булған ете фәрештә сыҡты. Улар ялтырап торған тап-таҙа етен кейем кейгән һәм күкрәктәренән алтын билбау ураған. 7Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың нәфрәте тулы ете алтын туҫтаҡ бирҙе. 8 cАлла йорто Алланың шөһрәтенән һәм ҡөҙрәтенән төтөн менән тулды, һәм ете фәрештәнең ете бәлә-ҡазаһы тамамланмайынса, унда бер кем инә алманы.

Copyright information for BakIBT2023