Revelation of John 16
Алла нәфрәте тулы туҫтаҡтар
1Шунан һуң Алла йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт туҫтағын ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем. 2 aБеренсе фәрештә барҙы ла туҫтағын ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды. 3 bИкенсе фәрештә туҫтағын диңгеҙгә түкте: диңгеҙ һыуы үлек ҡаны кеүек булды һәм диңгеҙҙәге бөтөн тереклек һәләк булды. 4Өсөнсө фәрештә туҫтағын йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде. 5Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем: – Бар, Булған һәм Изге,шулай хөкөм итеүең менән Һин ғәҙел.
6Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең
ҡанын ҡойғандары өсөн,
Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең.
Улар быға лайыҡлы.
7Мин ҡорбан усағы яғынан тауыш ишеттем: – Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла,
Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел.
8Дүртенсе фәрештә туҫтағын ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде. 9Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө, һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар. 10 cБишенсе фәрештә туҫтағын януар тәхете өҫтөнә түкте: уның батшалығы ҡараңғылыҡҡа сумды, кешеләр ғазаптарҙан телдәрен тешләне, 11ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән Күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр. 12 dАлтынсы фәрештә туҫтағын бөйөк Евфрат йылғаһына түкте: ҡояш ҡалҡҡан яҡтан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн, йылғаның һыуы кипте. 13Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс яуыз рух сыҡҡанын күрҙем. 14Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе яуыз рухтар. Улар бөтә донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты. 15«Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!» 16 eШаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Һармагеддон» ▼
▼ Һармагеддон – «Мегиддо тауы» тигән мәғәнәлә. Иҫке Ғәһед дәүерендә Мегиддо ҡалаһы мөһим урын биләгән.
тип аталған урынға йыйҙы. 17Етенсе фәрештә туҫтағын һауаға түкте: Алла йортонан, тәхеттән: – Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны. 18Йәшен йәшнәне, тауыштар, күк күкрәүе ишетелде, көслө итеп ер тетрәй башланы, кешеләр ерҙә йәшәй башлағандан алып ундай көслө ер тетрәү булмағайны әле. Шул тиклем көслө ер тетрәү! 19Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе. 20Һәр утрау юҡҡа сыҡты, тауҙар юҡ булды, 21 gкүктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре ▼▼ Ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре – грек телендә һүҙмә-һүҙ: «талант ауырлығындағы боҙ». Бер талант яҡынса 35–40 кг самаһы.
яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине.
Copyright information for
BakIBT2023